Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 31:12 - Изге Яҙма

12 «Улар Сион тауында шатланып йырлар, Раббының йомартлығына – Ашлыҡ, шарап, зәйтүн майы муллығына, Малдарының күплегенә Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып торор: Тормоштары һыуға туйынған баҡсалай булыр, Улар башҡа һис ҡасан да ҡайғы күрмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 «Улар Сион тауында шатланып йырлар, Раббының йомартлығына – Ашлыҡ, шарап, зәйтүн майы муллығына, Малдарының күплегенә Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып торор, Тормоштары һыуға туйынған баҡсалай булыр, Улар башҡа һис ҡасан да ҡайғы күрмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 «Улар Сион тауында шатланып йырлар, Раббының йомартлығына – Ашлыҡ, шарап, зәйтүн майы муллығына, Малдарының күплегенә Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып торор: Тормоштары һыуға туйынған баҡсалай булыр, Улар башҡа һис ҡасан да ҡайғы күрмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 31:12
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Япраҡтары һулыған имәнгә, Һыуһыҙ баҡсаға әйләнерһегеҙ.


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр, Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр. Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Тыңла: Һаҡсыларыңдың тауышы ишетелә, Бөтәһе бергә ҡыуанып ҡысҡырыша. Сөнки Раббының Сионға кире ҡайтҡанын Үҙ күҙҙәре менән күреп тора.


Раббы һәр саҡ һеҙгә юл күрһәтер, Ҡороп кипкән тупраҡтарҙа туйындырыр, Тәнегеҙгә көс-ҡеүәт бирер; Мул һуғарылған баҡсалай, Мәңге ҡоромаҫ шишмәләй булырһығыҙ.


Һинең ҡояшың байымаҫ, айың йәшеренмәҫ, Сөнки Раббы Үҙе һинең мәңгелек нурың буласаҡ, Йәшле көндәрең шулай тамам булыр.


Мин Йәрүсәлим өсөн һөйөнөрмөн, Халҡым өсөн шатланырмын. Унда башҡаса илау тауышы, Аһ-зар ишетелмәйәсәк.


Эй мөртәт балалар, кире ҡайтығыҙ, сөнки Мин һеҙҙең Хужағыҙ, – тип белдерә Раббы. – Һәр ҡаланан берәрегеҙҙе, һәр нәҫелдән икешәрегеҙҙе алып, һеҙҙе Сионға кире ҡайтарырмын.


Был ерҙә Йәһүҙә менән уның ҡалалары йәшәр, Игенселәр һәм малдары менән гиҙгән көтөүселәр көн итер.


Мин арығандарға һыу бирермен, Талсыҡҡандарҙы ашатырмын.


Һине ҡабаттан төҙөрмөн, Һин яңынан төҙөлөрһөң, ғиффәтле ҡыҙ Исраил! Йәнә дөңгөрөңдө ҡулыңа алырһың, Ҡыуанып бейеүселәргә ҡушылырһың.


Шундай көн килер: Әфраим таулығында һаҡсылар: „Тороғоҙ, әйҙә, Сионға менәйек, Үҙебеҙҙең Аллабыҙ Раббыға барайыҡ!“ – тип ҡысҡырыр».


Раббы былай ти: «Яҡуп өсөн ҡыуанып йырлағыҙ! Ҡәүемдәрҙең башлығын данлағыҙ, Уға маҡтау яуҙырығыҙ! „Йә Раббы, ҡотҡар Үҙ халҡыңды – Исраилдың иҫән ҡалғандарын!“ – тип әйтегеҙ.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: Был ерҙә кешеләр йәнә өйҙәр, баҫыуҙар, йөҙөм баҡсалары һатып ала башлаясаҡ“».


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Буш, кешеһеҙ һәм януарһыҙ ҡалған был ерҙә, ундағы бөтә ҡалалар янында ҡабаттан көтөүлектәр булыр, унда көтөүселәр малдарын утлатыр.


Таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа, Бинйәмин ерендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында көтөүселәр йәнә һарыҡтарын һанар, – ти Раббы.


Исраилдың бейек тауына ултыртырмын уны. Ботаҡланыр, емешләнер, Мәғрур кедр ағасы булыр, Аҫтына төрлө ҡоштар һыйыныр, Ботаҡтарының күләгәһендә оя ҡорор.


Сөнки мөҡәддәс тауымда, Исраилдың бейек тауында, – тип белдерә Раббы Хаким, – бөтә Исраил нәҫеле, илендә күпме бар, бөтөнөһө, Миңә хеҙмәт итәсәк. Унда уларҙы рәхәтләнеп ҡабул итәсәкмен, саҙаҡаларығыҙҙы, тәүге уңыш ҡорбандарын, бөтә мөҡәддәс бүләктәрегеҙҙе ҡабул итәсәкмен.


Уларҙы иң яҡшы болондарҙа көтөрмөн, утлауҙары Исраил тауҙарының битләүҙәрендә булыр. Улар яҡшы урындарҙа ял итер, Исраил тауҙарында үләнгә мул көтөүлектәрҙә утлар.


Аслыҡ арҡаһында һеҙҙе ҡәүемдәр араһында оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, ағастарҙың емешен, баҫыуҙарҙың уңышын мул итермен.


Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Ул көндәрҙә былай булыр: Тауҙарҙан татлы шарап, Ҡалҡыулыҡтарҙан һөт ағып торор; Йәһүҙәнең һәр йырынына һыу тулыр. Раббы ҡорамынан ағып сыҡҡан шишмә Шиттим үҙәнен һуғарыр.


Келәттәрҙә орлоҡ ҡалғанмы ни? Йөҙөм дә, инжир ҙә, анар менән зәйтүн ағасы ла әлегәсә емеш бирә алманы. Ләкин бынан ары Мин уларға бәрәкәт яуҙырасаҡмын».


Именлектә сәсерҙәр, йөҙөмдәре емеш, ерҙәре уңыш бирер, күктән ысыҡ төшөп торор. Быларҙың барыһын да һөргөндән әйләнеп ҡайтҡан халыҡҡа мөлкәт итеп тапшырырмын.


Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрермен, шунда күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.


Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло изгелеген, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?


Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ