Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 31:11 - Изге Яҙма

11 Сөнки Раббы Яҡупты йолоп алды, Унан көслөрәк булғандың ҡулынан ҡотҡарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Сөнки Раббы Яҡупты йолоп алды, Унан көслөрәк булғандың ҡулынан ҡотҡарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Сөнки Раббы Яҡупты йолоп алды, Унан көслөрәк булғандың ҡулынан ҡотҡарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 31:11
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һиңә табан ҡулдарымды һондом, Йәнем ҡоро тупраҡ һымаҡ, Һиңә сарсағанмын. Села


Ҡалтыранһындар, ҡоттары осһон, Һинең халҡың үтеп киткәнсе, йә Раббы, Үҙеңә алған халҡың уҙғансы, Ҡөҙрәтеңдән Һинең улар таштай ҡатһын.


Эй күктәр, шатланып гөрләшегеҙ, Сөнки быны Раббы эшләне. Ҡыуанығыҙ, ер тәрәнлектәре, Тауҙар, урмандар, ундағы һәр бер ағас, Шатланып шаулағыҙ, Сөнки Раббы Яҡуп нәҫелен йолоп алды, Исраилда шөһрәтен күрһәтте.


Бабилдан сығығыҙ, халдейҙар еренән ҡасығыҙ. Был хәбәрҙе һөйөнөс ауаздары менән иғлан итегеҙ, Һөйләгеҙ, донъяның һәр тарафына еткерегеҙ. «Раббы Үҙенең ҡоло Яҡупты йолоп алды», – тип әйтегеҙ.


Мәгәр көслөнөң ҡулынан яумалын, Залимдан тотҡондарҙы тартып алып буламы?


«Эйе, – ти Раббы. – Көслөнөң ҡулындағы тотҡондар азат ителәсәк. Залимдың ҡулынан яумалы тартып алынасаҡ. Һинең менән алышҡандар менән Мин алышырмын, Балаларыңды Мин ҡотҡарырмын!


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр. Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Мин һине залимдарҙан азат итермен, Аяуһыҙҙар ҡулынан йолоп алырмын».


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Исраил да, Йәһүҙә халҡы ла иҙелә. Уларҙы тотҡонға алыусылар ҡаты тота, Һис тә ысҡындырырға теләмәй.


Әммә уларҙың Йолоп алыусыһы ҡеүәтле, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме. Үҙенең халҡын Ул мотлаҡ яҡлар, Илдәренә именлек килтерер, Бабилда йәшәүселәрҙең тыныслығын алыр.


Эй бөйөк Хакимым, минең дәғүәмде яҡланың, Ғүмеремде йолоп алдың.


Мин әфраимдарҙы үлеләр донъяһынан ҡотҡарырмынмы? Уларҙы үлемдән йолоп алырмынмы? Эй әжәл, ҡайҙа һинең үләттәрең? Эй үлеләр донъяһы, емереклектәрең ҡайҙа? Мин ҡыҙғаныуҙы белмәйем!


Ул көн Аллалары Раббы Үҙенең халҡын ҡотҡарыр, Һарыҡ көткәндәй уларҙы әйҙәп йөрөр. Уның ерендә таждағы ҡаш һымаҡ балҡырҙар.


Кем көслө кешенең өйөнә баҫып инеп, уның мал-мөлкәтен талап сыға алыр икән? Тәүҙә ул өйҙөң хужаһын бәйләп ҡуйырға тейеш, шунан ғына уның өйөн талай алыр.


Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде, – тине.


– Һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, шуға күрә яңылышаһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ