Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 3:22 - Изге Яҙма

22 «Кире ҡайтығыҙ, мөртәт балалар: Хыянатығыҙҙан дауалармын». «Бына беҙ Һиңә киләбеҙ, – тиер улар. – Сөнки Һин – Раббы, беҙҙең Аллабыҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 «Кире ҡайтығыҙ, мөртәт балалар: Хыянатығыҙҙан дауалармын». «Бына беҙ Һиңә киләбеҙ, – тиер улар. – Сөнки Һин – Раббы, беҙҙең Аллабыҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 «Кире ҡайтығыҙ, мөртәт балалар: Хыянатығыҙҙан дауалармын». «Бына беҙ Һиңә киләбеҙ, – тиер улар. – Сөнки Һин – Раббы, беҙҙең Аллабыҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 3:22
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Ҡара булһам да, Ҡыдар сатырҙарылай, Сөләймәндең шаршауҙарылай матур мин.


Тыңла, эй күк, ер йөҙө, ҡолаҡ һал! Сөнки Раббы былай ти: «Балалар үҫтерҙем, ҙурайттым, Ә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.


Ул Үҙ халҡын былай язаланы: Ҡыуып һөргөнгә ебәрҙе. Көнсығыштан иҫкән көслө ел һымаҡ Ҡеүәтле һулышы менән ситкә ҡыуҙы.


Эй Исраил халҡы, Үҙегеҙ ныҡышып ҡарышҡан Раббыға кире ҡайтығыҙ!


Халҡымдың гонаһсыл ҡомһоҙлоғо арҡаһында, Асыуланып, уны язаланым. Унан йөҙ йәшерҙем, асыуландым, Әммә барыбер хыянат итеп, Үҙ юлынан бара бирҙе.


Бар, төньяҡҡа ошо һүҙҙәрҙе еткер, әйт: «Кире ҡайт Миңә, хыянатсыл Исраил! Һиңә асыуымды түкмәм, Мин Үҙемдең һөйөүемә тоғромон, – тип белдерә Раббы. – Асыуым мәңгегә бармаҫ.


Һине ташландыҡҡа һананылар, „Сионды ҡайғыртыусы юҡ!“ – тигәйнеләр. Ә мин һине тағы дауалармын, Яраларыңды имләрмен», – тип белдерә Раббы.


Әфраимдың хәсрәтләнгәнен ишетәм: „Еккегә өйрәтелмәгән башмаҡ һымаҡ инем, Һин миңә һабаҡ бирҙең – мин аҡылға ултырҙым. Ҡайтарһаңсы – мин ҡайтайым, Һин – Раббы, минең Алламһың.


Шуға ҡарамаҫтан, Мин был ҡаланы имләрмен һәм шифалармын, халҡын һауыҡтырып, тыныс һәм имен тормош бирермен.


«Әгәр кире ҡайтһаң, эй Исраил, – тип белдерә Раббы, – Әгәр Миңә кире ҡайтһаң, Ерәнгес боттарыңды хозурымдан алып бырғаһаң, Башҡаса аҙашып йөрөмәһәң,


Шуға күрә, эй Исраил нәҫеле, һеҙҙең һәр берегеҙҙе тотҡан юлығыҙға ҡарап хөкөм итәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тәүбәгә килегеҙ! Гонаһығыҙ абыныу ташы булмаһын өсөн бөтә енәйәттәрегеҙҙән ваз кисегеҙ.


Уларға еткер: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин яуыздың үлеменән түгел, яман юлын ташлап тере ҡалыуынан һөйөнөс табам. Яуыз юлығыҙҙан ҡайтығыҙ. Нимәгә һеҙгә үлергә, эй Исраил халҡы?»


«Мин – Раббы, һинең Аллаңмын. Мысыр еренән һине алып сыҡтым. Һин Минән башҡа алланы белмәҫһең, Минән башҡа ҡотҡарыусың юҡ.


Самария ғәйебенә күрә язаһын күтәрер, Сөнки Аллаһына ҡаршы баш күтәрҙе: Уның халҡы ҡылыстан һәләк булыр, Сабыйҙары киҫәктәргә тураҡланыр, Йөклө бисәләрҙең ҡорһаҡтары бүҫелер.


Ашшур беҙҙе ҡотҡара алмаҫ, Беҙ аттарға атланмаҫбыҙ, Үҙ ҡулыбыҙ менән яһаған әйберҙәрҙе Аллаларыбыҙ тип атамаҫбыҙ. Етем Һинән мәрхәмәт күрәсәк!» – тип әйтегеҙ.


Раббы былай ти: «Мин уларҙы хыянаттан дауалармын, Ихлас һөйөү менән яратырмын, Сөнки уларға булған асыуым ҡайтты инде.


Күләгәһендә көн күргәндәр әйләнеп ҡайтыр, Иген игер, йөҙөм ағасындай сәскә атыр, Дандары Ливан шарабыныҡы һымаҡ булыр.


Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Тик Раббы хатта ошо мәлдә лә: «Ураҙалар тотоп, илап, йәш түгеп Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ, – тип саҡыра. –


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ