Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 3:18 - Изге Яҙма

18 Ул көндәрҙә Йәһүҙә нәҫеле менән Исраил нәҫеле бергәләшеп төньяҡтағы илдән Мин аталарығыҙға биләмә итеп биргән ергә киләсәк».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Ул көндәрҙә Йәһүҙә нәҫеле менән Исраил нәҫеле бергәләшеп төньяҡтағы илдән Мин аталарығыҙға биләмә итеп биргән ергә киләсәк».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Ул көндәрҙә Йәһүҙә нәҫеле менән Исраил нәҫеле бергәләшеп төньяҡтағы илдән Мин аталарығыҙға биләмә итеп биргән ергә киләсәк».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 3:18
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Ҡурҡма, Мин һинең менән! Тоҡомоңдо көнсығыштан алып килермен, Һеҙҙе көнбайыштан йыйып алырмын.


Төньяҡҡа: „Бир уларҙы!“ Көньяҡҡа: „Тотма уларҙы, – тип әйтермен. – Улдарымды алыҫтан, Ҡыҙҙарымды ерҙең сигенән килтер, – тиермен. –


Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Сөнки уларҙы ата-бабаларына биргән илдәренә кире ҡайтарасаҡмын.


Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Ул ваҡытта улар үҙ тупраҡтарында йәшәр.


Бар, төньяҡҡа ошо һүҙҙәрҙе еткер, әйт: «Кире ҡайт Миңә, хыянатсыл Исраил! Һиңә асыуымды түкмәм, Мин Үҙемдең һөйөүемә тоғромон, – тип белдерә Раббы. – Асыуым мәңгегә бармаҫ.


Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – халҡым Исраил менән Йәһүҙәне тағы элекке мул, имен тормошона ирештерермен. Уларҙы ата-бабаларына Үҙем биргән ергә яңынан ҡайтарырмын, һәм уға ҡабат хужа булырҙар».


Бына, Мин уларҙы төньяҡтағы илдән килтерермен; Ерҙең иң алыҫ сиктәренән йыйып алырмын. Араларында һуҡыры, аҡһағы, Йөклөһө лә, тулғаҡ тотҡаны ла булыр – Барыһы оло бер йыйын булып ҡайтыр.


Ул көндәрҙә һәм ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраилдың ғәйебен эҙләрҙәр, тик ул булмаҫ. Йәһүҙәнең гонаһтарын юлларҙар, әммә ул табылмаҫ. Сөнки Үҙем иҫән ҡалдырғандарымды ярлыҡармын».


Ул көндәрҙә, ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраил халҡы һәм Йәһүҙә халҡы бергәләшеп килер, илай-илай йөрөп, Аллалары Раббыны эҙләр.


Йөҙҙәрен Сионға табан бороп, Унда илткән юлды һорашырҙар. „Әйҙәгеҙ, Раббыға ҡайтайыҡ, Уның менән мәңгелек, Онотолмаҫлыҡ килешеү төҙөйөк“, – тиерҙәр.


шул саҡта һеҙҙе ата-бабаларығыҙға мәңгелеккә тип бирелгән ошо ерҙә йәшәргә ҡалдырырмын.


Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һеҙҙе халыҡтар араһынан йыйып алырмын да Үҙем һибеп таратҡан ерҙәрҙән кире ҡайтарырмын. Исраил тупрағын яңынан һеҙгә бирермен».


Йәһүҙә халҡы менән Исраил халҡы берләшеп, үҙҙәренә бер башлыҡ ҡуйыр һәм ерҙәрендә сәскә атыр, сөнки Изреғилдең көнө бөйөк бер көн булыр!


Әфраим Мине ялған менән, Исраил нәҫеле мәкер менән уратты. Йәһүҙә генә әлегә Алла юлынан йөрөй, Изге Аллаға ул тоғро ҡалды».


«Әсәйегеҙҙе әрләгеҙ, әрләгеҙ, Сөнки башҡаса ул Минең ҡатыным түгел, Мин дә уның ире түгелмен. Әйҙә, ул йөҙөнән фәхешлекте, Ҡуйынынан хыянатты алып ташлаһын.


Уларҙы үҙ ерҙәрендә төпләндерәм, Бынан ары Мин биргән тупраҡтан Халҡымды һис кем йолҡоп ала алмаҫ!» – Аллаң Раббы шулай ти.


Йәһүҙә халҡына көс бирәм, Йософ нәҫелен ҡотҡарам. Һөргөндән кире ҡайтарам, Сөнки уларҙы ҡыҙғанам. Мин уларҙан ваз кисмәгән кеүек булырҙар, Сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын; Ялбарыуҙарына яуап ҡайтарырмын.


– Эй, әйҙәгеҙ! Төньяҡ илдән ҡасығыҙ, – Раббы шулай тип белдерә. – Сөнки Мин һеҙҙе күктең елеләй дүрт тарафҡа ебәрҙем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ