Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 29:10 - Изге Яҙма

10 Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 29:10
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә тупраҡ шәмбе ялына рәхәтләнә. Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр иғлан иткән һүҙҙәре буйынса, етмеш йыл үткәнгә тиклем ул үҙенең буш ятҡан дәүерендә шәмбене һаҡлай.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уята. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирә:


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:


Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты.


Сөнки Ул нисек яратылғаныбыҙҙы белә, Тупраҡ булғаныбыҙ Уның хәтерендә.


Бөтә был ер бушлыҡ һәм дәһшәткә әйләнер. Был ҡәүемдәр етмеш йыл буйы Бабил батшаһына хеҙмәт итер.


Етмеш йыл үткәндән һуң, Бабил батшаһын, уның халҡын һәм халдейҙар илен ҡылған енәйәттәре өсөн язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Мин был ерҙе мәңгелек бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен.


«Уларҙы Бабилға алып китерҙәр, һәм Мин хәстәрлек күргәнгә тиклем улар шунда ҡалыр. Мәле еткәс, Мин уларҙы алып сығып, ҡабат ошонда ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы.


Был илдең сәғәте һуҡҡанға тиклем бөтә ҡәүемдәр уға, уның улына һәм ейәненә хеҙмәт итер. Һуңынан уның үҙен дә, ерен дә башҡа ҙур ҡәүемдәр һәм бөйөк батшалар буйһондорор.


Ул беҙ Бабилдағыларға: „Был хәл оҙаҡ буласаҡ. Шуға күрә үҙегеҙгә өйҙәр һалығыҙ һәм уларҙа йәшәгеҙ; баҡсалар үҫтерегеҙ һәм емешен ашағыҙ“, – тип хат яҙып ята».


Шуға күрә, – ти Раббы, – Мин Нехелам кешеһе Шемағъяһты һәм тоҡомон язалаясаҡмын. Был халыҡ араһында нәҫеленән бер кеше лә ҡалмаҫ, улар Минең халҡыма эшләйәсәк яҡшылыҡтарымды күрмәҫ, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Шемағъяһ халыҡты Миңә ҡаршы ҡотортто».


Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – халҡым Исраил менән Йәһүҙәне тағы элекке мул, имен тормошона ирештерермен. Уларҙы ата-бабаларына Үҙем биргән ергә яңынан ҡайтарырмын, һәм уға ҡабат хужа булырҙар».


– Исраил һәм Йәһүҙә нәҫеле тураһында әйткән игелекле вәғәҙәмде тормошҡа ашырыр көндәр килә, – тип белдерә Раббы. –


Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һеҙҙе халыҡтар араһынан йыйып алырмын да Үҙем һибеп таратҡан ерҙәрҙән кире ҡайтарырмын. Исраил тупрағын яңынан һеҙгә бирермен».


Мин, Даниил, Дарий хакимлығының тәүге йылында Яҙмаларҙан шуны аңланым: Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә әйткән һүҙенә ҡарағанда, Йәрүсәлим етмеш йылға ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш.


Йәһүҙә нәҫеленең һау ҡалғандары Был ерҙәрҙе төйәк итер, Улар бында малын көтөр; Ашҡылон өйҙәрендә кисен хәл йыйыр, Сөнки Аллалары Раббы уларҙы хәстәрләр, Элекке именлекте кире ҡайтарыр.


Шунан Раббы фәрештәһе: «Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, етмеш йыл буйы асыуланған Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙә ҡалаларына тағы ла ҡасанға тиклем мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкһең?» – тине.


– Бөтә ил халҡына һәм ҡаһиндарға әйт: «Етмеш йыл буйы бишенсе һәм етенсе айҙарҙа ураҙа тотҡанда һәм ҡайғырғанда һеҙ Минең өсөн ураҙа тоттоғоҙмо ни?


Раббының Үҙ халҡына илтифат күрһәтеп, икмәк биргәнен ишеткәс, Ноғоми килендәре менән Моавтан тыуған иленә ҡайтырға булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ