Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 28:8 - Изге Яҙма

8 һинән дә, минән дә алда йәшәгән пәйғәмбәрҙәр күп илдәрҙең һәм бөйөк батшалыҡтарҙың башына һуғыш, һәләкәт һәм ҡырғын киләсәк тип пәйғәмбәрлек иткәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Һинән дә, минән дә алда йәшәгән пәйғәмбәрҙәр күп илдәрҙе һәм бөйөк батшалыҡтарҙың башына һуғыш, һәләкәт һәм ҡырғын киләсәк тип пәйғәмбәрлек иткәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 һинән дә, минән дә алда йәшәгән пәйғәмбәрҙәр күп илдәрҙең һәм бөйөк батшалыҡтарҙың башына һуғыш, һәләкәт һәм ҡырғын киләсәк тип пәйғәмбәрлек иткәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 28:8
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.


Шунан Михаяһ былай тине: – Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте.


Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – тине. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – тине Йеһошафат.


Амус улы Ишағыяһтың Бабилдың киләсәге хаҡында күргән әүлиәлеге.


Уҡтары егеттәрҙе тишә атыр, Улар сабыйҙарҙы аяп тормаҫ. Күҙҙәре балаларға ҡыҙғанып баҡмаҫ».


Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.


Ғамос былай тине: «Сиондан гөрһөлдәй Раббы, Йәрүсәлимдән Уның тауышы күкрәй, Көтөүлектәр тотош сатнап кибә, Кармәл тауының түбәһе ҡорой».


Юнысҡа икенсе тапҡыр Раббы һүҙе булды:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ