Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 25:4 - Изге Яҙма

4 Раббы һеҙгә Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәреп торҙо, әммә һеҙ тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Раббы һеҙгә ҡолдары пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәреп торҙо, әммә һеҙ тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Раббы һеҙгә Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәреп торҙо, әммә һеҙ тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 25:4
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халҡын Үҙенә ҡайтарам тип, Раббы уларға пәйғәмбәрҙәрен ебәрә. Әммә халыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең киҫәтеүенә ҡолаҡ һалмай.


Раббы Менашше менән уның халҡын киҫәтә, тик улар ҡолаҡ һалмай.


Ә һеҙ аталарығыҙҙан да яманыраҡ ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ; Мине тыңламайынса, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәрегеҙ буйынса йәшәй.


Әммә улар Мине тыңламаны, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы; тиҫкәреләнделәр һәм өгөт-нәсихәтемде алманылар.


Әммә улар: «Бушты һөйләмә! Үҙебеҙ теләгәнсә йәшәйбеҙ, яуыз йөрәктәребеҙҙең тиҫкәрелеге буйынса эшләйбеҙ», – тип яуап ҡайтарыр.


– Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде Мин был ҡаланы һәм уның әйләнә-тирәһендәге ҡалаларҙы алдан әйткән бөтә ҡазаларға ла дусар итәм, сөнки улар, тиҫкәрелектәренә барып, әйткәндәремде тыңламаны».


Имен сағыңда Мин киҫәткәйнем, Тик һин: „Тыңламайым!“ – тинең. Йәш сағыңдан ҡылығың шул булды, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың.


– Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы хакимлығының ун өсөнсө йылынан алып ошо көнгә тиклем – бына инде егерме өс йыл буйы – миңә Раббы һүҙе иңеп тора. Мин уларҙы һеҙгә туҡтауһыҙ һөйләй барҙым, әммә һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ.


«Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, – тип белдерә Раббы. – Боттарығыҙ менән Мине асыуландырып, үҙ башығыҙға бәлә килтерҙегеҙ».


һеҙгә бер-бер артлы ебәреп торған ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙең әйткәндәренә быға тиклемге кеүек ҡолаҡ һалмаһағыҙ,


Сөнки улар әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. – Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәрҙем, әммә уларҙы тыңларға теләмәнеләр, – тип белдерә Раббы. –


Улар Миңә йөҙҙәре менән түгел, һырттары менән боролдо. Мин уларға ҡабат-ҡабат өйрәтһәм дә, нәсихәттәремде тыңларға теләмәнеләр, һабаҡ алманылар.


Мин уны, тоҡомон, хеҙмәтселәрен ҡылған гонаһтары өсөн язалайым. Мин уға ла, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә лә, Йәһүҙә халҡына ла ебәрәм тип киҫәткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы юллайым, сөнки һеҙ Миңә ҡолаҡ һалманығыҙ!“»


Һеҙгә күҙәтселәр ҡуйҙым. „Борғо тауышына ҡолаҡ һалығыҙ“, – тинем. Әммә: „Ҡолаҡ һалмайбыҙ“, – тип яуап ҡайтарҙығыҙ.


– Ата-бабаларығыҙ кеүек булмағыҙ! Әүәлге пәйғәмбәрҙәр уларға әйтә килде, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Яман юлдарығыҙҙы һәм боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе ташлағыҙ, Миңә ҡабат ҡайтығыҙ», – тип киҫәтә, тине. Әммә улар ишетмәне, әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. –


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ