Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 25:15 - Изге Яҙма

15 Исраил Аллаһы Раббы миңә былай тине: – Ҡулымдағы ярһыуым шарабы менән тулы туҫтаҡты ал, һине ниндәй ҡәүемдәргә ебәрһәм, шуларҙың бөтәһенә лә эсер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Исраил Аллаһы Раббы миңә былай тине: – Ҡулымдағы ярһыуым шарабы менән тулы кәсә ал, һине ниндәй ҡәүемдәргә ебәрәм, шуларҙың бөтәһенә лә эсер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Исраил Аллаһы Раббы миңә былай тине: – Ҡулымдағы ярһыуым шарабы менән тулы туҫтаҡты ал, һине ниндәй ҡәүемдәргә ебәрһәм, шуларҙың бөтәһенә лә эсер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 25:15
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙҙәренең һәләкәтен үҙ күҙҙәре күрһен, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең асыуын үҙҙәре эсһен.


Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».


Төшөнкөлөк күңелемде алды, Ер сигенән саҡырамын Һине. Артыла алмаҫлыҡ ҡаяға алып мен мине,


Һин ысынлап та дәһшәтле! Ярһығаныңда кем Һиңә ҡаршы тора алһын?


Һин хөкөмөңдө күктәрҙән иғлан иттең! Эй Алла, Һин хөкөм ҡылам тип, Донъялағы иҙелгәндәрҙе ҡотҡарам тип ҡуҙғалдың. Шунда ер йөҙө ҡурҡыштан тынып ҡалды.


Бар донъяға ҡарата ҡорған ниәтем, Ҡәүемдәргә ҡаршы күтәрелгән ҡулым – ошо».


Раббы бөтә ҡәүемдәргә асыуланды. Уларҙың ғәскәрҙәренә ҡаршы ажарланды. Уларҙы тотошлай һәләк ҡылыр, Ҡырылышҡа дусар итер.


Уян, уян, аяҡҡа баҫ, Йәрүсәлим! Һин Раббының ҡулынан асыу туҫтағын алып эстең. Һине сайҡалдырған туҫтағыңды төбөнә тиклем бушаттың.


Хакимың Раббы, Үҙ халҡының дәғүәһен яҡлаған Алла былай ти: «Бына һине сайҡалдырған туҫтаҡ, Асыуымдың туҫтағын ҡулыңдан алдым. Башҡаса унан эсмәҫһең.


Мин уны һине ғазаплаусылар ҡулына, Һиңә: „Ергә ят та, өҫтөңә баҫып үтәйек“, – тигән, Арҡаңды урам тупрағы һымаҡ тапағандарға тотторам».


– Әсәң ҡарынында рәүеш биргәнемә тиклем һине белә инем, Тыуғаныңа тиклем һине Үҙем өсөн һайлап алдым, Ҡәүемдәргә пәйғәмбәр итеп тәғәйенләнем.


– Төргәк китап ал да унда Йошияһ дәүерендә Мин һинең менән һөйләшә башлағандан алып бөгөнгә тиклем Исраил, Йәһүҙә һәм башҡа барлыҡ ҡәүемдәр тураһында әйткәндәремдең бөтәһен дә яҙып ҡуй.


Ул килеп Мысыр илен тар-мар итер: Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә, Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа дусар булыр.


Ә һин үҙең өсөн артыҡ күпте һорайһың. Һорама! Сөнки бөтә йән эйәләренә һәләкәт ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – Әммә һин ҡайҙа ғына барһаң да, йәнеңде һаҡлап ҡалырмын, ғүмерең үҙеңә яумал булыр».


Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә халыҡтар тураһында әйткәндәре.


Иҫерткәнсе эсер Моавты, сөнки Раббы ҡаршыһында эреләнде. Әйҙә, Моав үҙ ҡоҫҡолоғонда аунаһын, әҙәм көлкөһөнә ҡалһын!


Раббы былай ти: – Хатта был туҫтаҡтан эсергә тейеш булмағандар ҙа эскәндә, һиңә тейеш булып та, язаһыҙ ҡалмаҡсыһыңмы? Юҡ, һин язаһыҙ ҡалмаҫһың, ул көрәгәнән мотлаҡ эсерһең!


Бабил – Раббы ҡулында бер алтын туҫтаҡ ине, Бөтә донъяны иҫертте ул Ҡәүемдәр уның шарабын эсте, Шул арҡала барыһы ла аҡылынан шашты.


Раббы Хаким былай ти: «Апайыңдың туҫтағынан эсәсәкһең, Ул тәрән дә, ҙур ҙа. Көләсәктәр һинән, мыҫҡыл итәсәктәр, Ул туп-тулы туҫтаҡ.


Иҫерерһең, хәсрәткә батырһың – Апайың Самария туҫтағы, Дәһшәт һәм һәләкәт туҫтағы ул.


Мысыр ерен харабаға әйләнгән илдәр араһында иң кешеһеҙ итәсәкмен. Ҡалаларын йән эйәһеҙ ҡалған ҡалалар араһында ҡырҡ йыл буйы буп-буш торғоҙасаҡмын. Мысыр халҡын ҡәүемдәр араһына таратасаҡмын, төрлө илдәргә һибәсәкмен».


Раббы Хаким былай ти: „Көнсөллөк утында янып, башҡа ҡәүемдәргә, барса Эдомға ҡаршы Үҙ һүҙемде белдерҙем. Улар, бөтә йөрәктән ҡыуанып, бөтә күңелдән мыҫҡыл итеп, илемә хужа булдылар һәм уның көтөүлектәрен талар өсөн үҙҙәренә яумал итеп алдылар“».


Эй Минең халҡым, изге тауымда һеҙ нисек эстегеҙ, Барса ҡәүемдәр ҙә шулай эсерҙәр ғазап туҫтағын. Бүккәнсе, алдарынан ҡалғансы эсә-эсә Юҡҡа сығыр, бөтөнләй булмаған ише.


Хөрмәт урынына оятҡа туясаҡһың һин! Инде үҙең эс тә сөннәтһеҙлегеңде күрһәт. Раббының уң ҡулындағы яза тулы туҫтаҡ Һине лә урап үтмәҫ, Шөһрәтеңде һинең хурлыҡ алыштырыр.


Алланың нәфрәт туҫтағында әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ.


Фәрештә үҙенең урағын ергә ырғытты ла, ер өҫтөндәге йөҙөмдө йыйып, Алланың ярһыулы йөҙөм һыҡҡысына ташланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ