Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 22:6 - Изге Яҙма

6 Йәһүҙә батшаһының һарайы тураһында Раббы былай ти: «Һин Минең өсөн Ғилғәд һымаҡһың, Ливан түбәһе кеүекһең. Ләкин ант итеп әйтәм: Мин һине – сүлгә, Һис кем йәшәмәгән ҡалаға әйләндерермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Йәһүҙә батшаһының һарайы тураһында Раббы былай ти: «Һин Минең өсөн Ғилғәд һымаҡһың, Ливан түбәһе кеүекһең. Ләкин ант итеп әйтәм: Мин һине – сүлгә, Һис кем йәшәмәгән ҡалаға әйләндерермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Йәһүҙә батшаһының һарайы тураһында Раббы былай ти: «Һин Минең өсөн Ғилғәд һымаҡһың, Ливан түбәһе кеүекһең. Ләкин ант итеп әйтәм: Мин һине – сүлгә, Һис кем йәшәмәгән ҡалаға әйләндерермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 22:6
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ашарға ғына ултырғайнылар, Ғилғәд яғынан Исмәғил ырыуының сауҙагәрҙәр каруаны килгәне күренде – уларҙың дөйәләре Мысырға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, бәлзәм алып китеп бара ине.


Һин гүзәлһең, эй йәрем, шундай гүзәлһең! Япмаң аша ҡараған күҙҙәрең – күк күгәрсен. Сәсең гүйә Ғилғәд тауын ябып, Аҫҡа ағылған кәзә көтөүе һымаҡ.


Аяҡтары алтын таяуға ҡуйылған Мәрмәр бағаналар һымаҡ көслө. Һыны Ливан тауҙарылай ғорур, Кедр ағастарылай мөһабәт.


Нығытмалы ҡала бушап ҡалды, Ташландыҡ йорттар сүлдәй кешеһеҙ. Унда тик башмаҡтар ғына утлап йөрөй, Шунда ята, ботаҡтарҙы мөнтәп ҡорота.


Хеҙмәтселәрең арҡылы бөйөк Хакимды хурланың, „Иҫәпһеҙ яу арбаларым менән Тауҙарҙың үренә мендем, Ливан арҡаларына артылдым. Бейек кедр ағастарын, Һайландыҡ кипаристарҙы ҡырҡтым, Иң бейек түбәһенә, ҡуйы урмандарына олғаштым.


Мин һораным: – Эй бөйөк Хаким, ҡасанға тиклем? Раббы әйтте: «Ҡалалар, харабаға әйләнеп, йәшәүсеһеҙ, Өйҙәр – кешеһеҙ, был ер тотош бушап ҡалғанға тиклем.


Йәһүҙә батшаһы йортона әйт: «Раббы һүҙен тыңла,


Һеҙҙе ҡылған ғәмәлдәрегеҙгә күрә язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Урманығыҙға Мин ут төртөрмөн, Ул бар тирә-яҡты яндырып юҡҡа сығарыр“».


– Барлығым менән ант итәм, – тип белдерә Раббы. – Эй Йәһүҙә батшаһы Конъяһ Йеһояҡим улы, уң ҡулымдағы мөһөр йөҙөгө булһаң да, йолҡоп ырғытыр инем Мин һине.


– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ заманында Морешеҫтан Миха пәйғәмбәрлек итә торғайны. Ул Йәһүҙә халҡына: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ“», – тип һөйләгәйне.


Һәләкәт артынан һәләкәт ябырыла; Таланды ил, ҡалды харабаға. Көтмәгәндә сатырҙарым емерелде, Уның шаршауҙары юҡҡа сыҡты.


Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр.


Әммә әсәйегеҙ оятҡа ҡалыр, Һеҙҙе тапҡандың йөҙө ҡыҙарыр. Халыҡтар араһында иң һуңғы, Ҡыу дала, ҡороп кипкән ер булыр.


Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шатлыҡ ауаздарына, күңел асыуҙарға, кейәү менән кәләштең тауыштарына сик ҡуясаҡмын. Был ил бушлыҡҡа әйләнәсәк.


Нимә, Ғилғәдтә бәлзәм юҡмы ни? Әллә унда табип юҡмы? Улай булғас, ниңә бисара халҡым шифа тапмай?


«Йәрүсәлимде таш өйөмөнә, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәм. Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡ итәм, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаҫ», – ти Раббы.


Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


Эй Ливан, ҡапҡаларыңды ас, Ут кедр ағастарыңды ялмап йотһон!


Рәүвән менән Ғад тоҡомдарының мал-тыуары ғәйәт күп ине. Яғзер менән Ғилғәд ерҙәренең көтөү йөрөтөүгә яраҡлы икәнен күргәс,


Миңә лә, Иордан аръяғына сығып, шул уңдырышлы ерҙе – гүзәл тауҙарҙы һәм Ливанды күрергә мөмкинлек бирһәңсе».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ