Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 22:16 - Изге Яҙма

16 Ул ярлы менән мохтаждың да дәғүәһен яҡланы. Шуның өсөн тормошо яҡшы булды. Ошо Мине танып белеү түгелме ни? – тип белдерә Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ул ярлы менән мохтаждың да дәғүәһен яҡланы. Шуңың өсөн тормошо яҡшы булды. Ошо Мине танып-белеү түгелме ни? – тип белдерә Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Ул ярлы менән мохтаждың да дәғүәһен яҡланы. Шуның өсөн тормошо яҡшы булды. Ошо Мине танып белеү түгелме ни? – тип белдерә Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 22:16
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Саҡ ҡына көт, яуыз юҡҡа сығыр, Булған ерендә уны эҙләп тә таба алмаҫһың.


Иҙелгәнгә һыйыныс булыр Раббы, Бәлә килгән саҡта – ышаныслы ышыҡ.


ғәҙеллекте яҡлап, мохтаждарҙың, хәйерсенең хәле өсөн ауыҙ асып хәбәр һөйлә.


Яҡшылыҡ эшләргә өйрәнегеҙ, Ғәҙеллеккә ынтылығыҙ, Залимдарҙы фашлағыҙ, Етемдең хаҡлығын яҡлағыҙ, Тол ҡатындың хаҡы өсөн көрәшегеҙ!»


Һимерешеп, ялтырап киттеләр, Яманлыҡтары саманан ашты. Улар үкһеҙҙәрҙең дәғүәләрен Ғәҙел хөкөм итмәй, Фәҡирҙең хоҡуҡтарын яҡламай.


Мин уларҙы үҙҙәре лә, ата-бабалары ла белмәгән ҡәүемдәр араһына таратам, тотош юҡ иткәнгә тиклем арттарынан ҡылыс ебәрәм.


Маҡтанмаҡсы булған кеше Мин Раббыны аңлауы һәм белеүе менән маҡтанһын. Донъяла мөхәббәт, хаҡ хөкөм, ғәҙеллек менән эш иткән, Шунан зауыҡланған Минең менән маҡтанһын», – тип белдерә Раббы.


«Телдәрен йәйәләй киреп алдашалар; Көстәрен дөрөҫлөк юлында ҡулланмайҙар, Яуызлыҡ өҫтөнә яуызлыҡ ҡылалар, Улар Мине танымайҙар, – тип белдерә Раббы. –


Эй кеше, нимә яҡшы икәнен Раббы һиңә белдерҙе: Раббы һинән талап иткән нәмә – Ғәҙеллек ҡыл, мөхәббәтле булыуҙан ләззәт ал, Алла хозурында күндәм йәшә.


Ә былай эшләүҙәре, Атаны ла, Мине лә белмәүҙәренән.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


Һин донъянан алып Миңә тапшырған кешеләргә Һинең исемеңде асып бирҙем. Улар Һинеке ине, Һин уларҙы Миңә бирҙең. Улар Һинең һүҙеңде тотто һәм


Ғайсанан: – Һинең Атаң ҡайҙа һуң? – тип һоранылар. Ғайса: – Һеҙ Мине лә, Минең Атамды ла белмәйһегеҙ. Әгәр Мине белһәгеҙ, Атамды ла белер инегеҙ, – тип яуап бирҙе.


Улар, Алланы беләбеҙ, тип раҫлай, ә эштәре менән Унан ваз кисә, ундайҙар әшәке, тыңлауһыҙ һәм һәр төрлө изге эш өсөн һәләтһеҙ.


Изгелектә Раббыға тиңе юҡ, Эйе, Һинең кеүек һис кем юҡ, йә Раббы! Аллабыҙ кеүек һыйыныр ҡаябыҙ юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ