Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 22:10 - Изге Яҙма

10 Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен башҡаса күрмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен инде башҡаса күрмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен башҡаса күрмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 22:10
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып, был яуапты батшаға һөйләп бирҙеләр.


Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Мысыр фирғәүене Нехо, Ашшур батшаһына ярҙам итер өсөн, яу менән Евфрат йылғаһына йүнәлде. Йошияһ батша уға ҡаршы сыҡты һәм фирғәүен, Йошияһ менән Мегиддола осрашып, уны үлтерҙе.


Фирғәүен Нехо Йеһоахаздың ағаһы Әлъяҡимды, исемен Йеһояҡим тип үҙгәртеп, Йәһүҙә менән Йәрүсәлим өҫтөнән батша итеп ҡуя, Йеһоахазды иһә Мысырға алып китә.


Шунда мин инде мәрхүм булғандарҙы ҡотлап, улар әлегә тере булғандарҙан бәхетлерәк, тинем.


Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип, тоғро кешеләр алына –


Мәрхүм өсөн йәш түгеүсене йыуатып, бер кем дә икмәк һындырмаҫ, ата-әсәһе вафат булғандарға эсергә йыуаныс көрәгәһе һоноусы булмаҫ.


Атаһы Йошияһ урынына Йәһүҙә батшаһы булған һәм был илдән һөргөнгә алып кителгән Шаллум Йошияһ улы тураһында Раббы былай ти: – Ул ҡабаттан бында ҡайтмаясаҡ,


Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.


Ҡайтам, тип йән атҡан ерегеҙгә ҡабат бер ваҡытта ла ҡайта алмаҫһығыҙ.


– Йермеяһ, һин уларға, Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай тип әйтә тиң: «Эсегеҙ, иҫерегеҙ, ҡоҫоғоҙ, йығылығыҙ ҙа башҡа тормағыҙ, сөнки Мин һеҙҙең өҫтөгөҙгә ҡылыс ебәрәм».


Бынан тыш Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ Йеһояҡим улын һәм Бабилға һөргөнгә ҡыуылған бөтә Йәһүҙә кешеләрен кире ҡайтарам, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Бабил батшаһының ҡалыбын һындырып ташлайым».


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә асыуым менән ярһыуым нисек түгелгән булһа, Мысырға барғас, һеҙгә лә ажарым шулай түңкәреләсәк. Һеҙ ләғнәт һәм дәһшәт, ҡарғыш һәм мәсхәрәгә ҡаласаҡһығыҙ һәм был ерҙе башҡа күрә алмаҫһығыҙ».


Иҫән ҡалған һәм Мысырҙа төйәкләнергә тип киткән йәһүҙиҙәрҙең береһе лә ҡотолоп ҡалмаҫ, Йәһүҙәгә ҡайта алмаҫ. Улар бөтөн булмыштары менән Йәһүҙәгә ҡайтырға ашҡыныр, ләкин ҡасып киткәндәрҙең бик аҙы ғына әйләнеп ҡайтыр».


Баҫыуҙа уңыш булмағанлыҡтан, Асҡа интегеп үлеүселәргә ҡарағанда, Ҡылыстан һәләк булғандар бәхетлерәк.


– Эй әҙәм улы, бер ауырыу ебәреп, күҙҙәреңдең ҡыуанысын тартып аласаҡмын. Әммә һыҡтама, илама, күҙҙәреңдең йәше түгелмәһен.


Ғайса иһә, боролоп, уларға былай тине: – Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Минең өсөн иламағыҙ, ә үҙегеҙ һәм балаларығыҙ өсөн илағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ