Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 20:8 - Изге Яҙма

8 Ҡасан һөйләй башлаһам да, «Йәбер-золом! Ҡыйралыш!» тип ҡысҡырырға тейешмен. Раббы һүҙе арҡаһында көлкөгә ҡалдым, Көн оҙоно мине мәсхәрә итәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Ҡасан һөйләй башлаһам да: «Йәбер-золом! Ҡыйралыш!» тип ҡысҡырырға тейешмен. Раббы һүҙе арҡаһында көлкөгә ҡалдым, Көн оҙоно мине мәсхәрә итәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Ҡасан һөйләй башлаһам да, «Йәбер-золом! Ҡыйралыш!» тип ҡысҡырырға тейешмен. Раббы һүҙе арҡаһында көлкөгә ҡалдым, Көн оҙоно мине мәсхәрә итәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 20:8
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йерихо ҡалаһынан сығып Бейт-Илгә юлланған Ильясиғинға бер төркөм бала-саға тап булды. Улар пәйғәмбәрҙе: – Таҙ баш, кит бар бынан, таҙ баш! – тип үсекләй башланы.


Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.


Һеҙ кемде мәсхәрә итәһегеҙ? Кемгә ҡаршы ауыҙ асаһығыҙ? Кемгә ҡарап тел сығараһығыҙ? Һеҙ – енәйәт балалары, ялған орлоғо!


Ҡайғы миңә! Ни тип әсәм мине тыуҙырҙы икән? Мин бөтә ил менән талашып, тартышып йәшәйем. Бер кемгә лә бурысҡа бирмәнем, Бер кемдән дә бурысҡа алманым, Әммә барыһы миңә ҡарғыш яуҙыра.


Мин Раббыға әйттем: «Эй Раббы, Һин бөтәһен дә белеп тораһың, Иҫеңә төшөр мине, ҡурсала. Мине эҙәрләүселәрҙән үс ал. Һин сабырһың – мине һәләк итә күрмә, Һин тип хурланғанымды онотма.


Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».


Эй Раббым, Һин әүрәттең мине – Мин әүрәнем. Һин минән көслөрәк – Мине еңдең. Мин һәммәһе өсөн мәҙәккә әйләндем, Көн оҙоно минән көләләр хәҙер.


һинән дә, минән дә алда йәшәгән пәйғәмбәрҙәр күп илдәрҙең һәм бөйөк батшалыҡтарҙың башына һуғыш, һәләкәт һәм ҡырғын киләсәк тип пәйғәмбәрлек иткәндәр.


Раббы былай ти: «Йәрүсәлим урамдарын ҡыҙырып сығығыҙ, Ҡарағыҙ, тикшерегеҙ! Майҙандарынан эҙләгеҙ: Әгәр ғәҙел эш иткән, Дөрөҫлөк эҙләгән кешене тапһағыҙ, Мин ҡаланы ярлыҡайым.


Шуға урмандан сыҡҡан арыҫлан уларҙы үлтерер, Сүлдән килгән бүре йыртҡыслар; Ҡалалары янында ҡаплан һағалар, Сыҡҡан береһен йолҡҡослар; Сөнки енәйәттәре ишәйҙе, Хыянаттары саманан ашты.


Кемгә өндәшәйем? Кемде иҫкәртәйем? Кем әйткәндәремде тыңлар? Уларҙың ҡолаҡтары ҡапланған – бер нәмә лә ишетмәйҙәр; Раббының һүҙен хурлайҙар, Уның менән хушһынмайҙар.


Урлашаһығыҙ, кеше үлтерәһегеҙ, зина ҡылаһығыҙ, ялған ант бирәһегеҙ, Бәғелгә хуш еҫ төтәтәһегеҙ, үҙегеҙ элек белмәгән илаһтарға эйәрәһегеҙ.


Ниңә мине яуызлыҡ күрергә мәжбүр итәһең, Үҙең залимлыҡҡа битарафһың? Ҡайҙа ғына ҡараһам да – талау, иҙеү, Ыҙғыш, дошманлыҡ сигенән ашҡан,


Ғайсаның был һүҙҙәренә ҡарата ҡанун белгестәренең берәүһе: – Остаз! Был һүҙҙәрең менән Һин беҙҙе лә рәнйетәһең, – тине.


Ул үҙен көткән әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.


Шуға күрә беҙ ҙә, Ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, тупламдан ситкә, Уның янына сығайыҡ.


Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки шөһрәт Рухы, Алла Рухы – һеҙҙә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ