Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 20:12 - Изге Яҙма

12 Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин тоғро кешене һынайһың, Уның эс-бауырын үтәнән-үтә күрәһең. Дәғүәмде Һинең ҡулыңа тапшырҙым, Инде ҡон ҡайтарғаныңды күрһәм ине!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин тоғро кешене һынайһың, Уның эс-бауырын үтәнән-үтә күрәһең. Дәғүәмде Һинең ҡулыңа тапшырҙым, Инде ҡон ҡайтарғаныңды күрһәм ине!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин тоғро кешене һынайһың, Уның эс-бауырын үтәнән-үтә күрәһең. Дәғүәмде Һинең ҡулыңа тапшырҙым, Инде ҡон ҡайтарғаныңды күрһәм ине!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 20:12
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йоаш батша Йеһоядағтың үҙенә эшләгән изгелектәрен иҫенә лә төшөрмәй, уның улын үлтерә. Йән биргәндә Зәкәрьяһ: – Раббы күрһен дә язаһын бирһен, – ти.


Әйтер улар: «Телебеҙ менән еңәбеҙ! Ауыҙ үҙебеҙҙеке – кем хужа беҙгә?»


Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым; Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам; Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, һыйынысым!


Шул саҡ үҙ-үҙемә әйттем: «Күгәрсендәй ҡанатлы булһамсы! Осор ҙа тынғылыҡ табыр инем;


Эй миңә ҡеүәт биреүсе, Һинән күҙемде алмайым. Эй Алла, Һин – минең ҡәлғәм!


Моав – йыуыныр ялғашым, Эдомға ҡатамды ырғытырмын, Пелешеҫ ерендә еңеү ораным яңғырар».


Сөнки Һин – минең яҡлаусым, Ҡанаттарың ышығында һөйөнөс менән көйләйем.


Халыҡтарға хөкөм ҡыла Раббы. Раббы, минең дә дәғүәмде ҡара; Хаҡлығыма, паклығыма күрә ҡарар сығар.


Мине танығандар араһына Раһав менән Бабилды ла индерермен, Пелешеҫ менән Тир, Куш хаҡында: «Ул да бында тыуған», – тиерҙәр.


Хизкияһ батша, хатты илселәрҙең ҡулынан алып уҡығандан һуң, Раббы йортона китте. Унда килгәс, хатты Раббы хозурында йәйеп һалды ла,


Ҡарлуғастай сырылданым, Торна кеүек торҡолданым, Күгәрсендәй ыңғыраштым, Күккә текләп, күҙемде талдырҙым: Эй бөйөк Хакимым, ыҙа сигәм, ярҙам ит миңә!


Әммә Һин – ғәҙел хөкөм ҡылған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин – күңелде һәм булмышты һынаусы, Уларҙан үс алғаныңды күрәйемсе, Дәғүәмде Һиңә тапшырҙым!


Үҙ халҡым Миңә урмандағы арыҫлан һымаҡ булды, Ул Миңә ҡаршы тауыш күтәрҙе; Шуға күрә уға нәфрәтләндем.


Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.


Мине эҙәрләүселәр оятҡа ҡалһын, Мине иһә хур булыуҙан һаҡла. Әйҙә, улар ҡурҡыуға ҡалһын, Мине дәһшәт урап үтһен. Уларға ебәр һәләкәт көнөн, Икеләтә ҡеүәт менән ҡыйрат!


Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.


Шулай итеп, Алла ихтыяры буйынса ғазап сигеүселәр, изгелек ҡылып, үҙ йәндәрен тоғро Бар итеүсегә ышанып тапшырһындар.


Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.


Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.


– Юҡ, хакимым! Мин – йәне ғазаплы ҡатынмын. Шарап та, хәмер ҙә эсмәнем, Раббыма күңелемде бушатам, – тип яуап бирҙе Ханна. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ