Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 2:32 - Изге Яҙма

32 Еткән ҡыҙ – биҙәүестәрен, Кәләш туй кейемен онотормо? Ә халҡым Мине күптән онотто.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

32 Еткән ҡыҙ биҙәүестәрен, Кәләш туй кейемен онотормо? Ә халҡым Мине күптән онотто.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Еткән ҡыҙ – биҙәүестәрен, Кәләш туй кейемен онотормо? Ә халҡым Мине күптән онотто.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 2:32
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дөйәләре һыу эсеп туйғас, ул ҡыҙға ярты шекел ауырлыҡтағы танау алҡаһы, ун шекел ауырлығындағы ике алтын беләҙек бүләк итте.


Шунан ул Рабиғаға алтын-көмөш биҙәүестәр, зиннәтле кейемдәр сығарып бирҙе, шулай уҡ уның ҡустыһы менән әсәһенә лә затлы бүләктәр өләште.


Эй Исраил ҡыҙҙары! Һеҙгә ал ҡыҙыл затлы кейем кейҙергән, Алтын биҙәүестәр алып биргән Шаул өсөн йәш түгегеҙ!


Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!


Раббы Үҙен танытты һәм хаҡ хөкөм ҡылды, Залимдар үҙҙәре ҡуйған тоҙаҡҡа ҡапты. Һиггайон Села


Сөнки, эй Исраил, ҡотҡарыусы Аллаңды оноттоң. Һыйынысың булған Ҡаяңды иҫкә алманың. Шуға күрә күркәм үҫемлектәр ултыртһаң да, Ят үҫентеләр тамырландырһаң да,


Миңә хыянат итерлек, Мине иҫтән сығарырлыҡ, Күңелеңдән юйып ырғытырлыҡ итеп, Кем ҡурҡытты, кем ҡотоңдо алды? Мин оҙаҡ өндәшмәй торған өсөн, Минән ҡурҡыуҙан туҡтанығыҙмы?


Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.


Әйткәндәремде тыңларға теләмәгән, йөрәктәренең тиҫкәрелеге буйынса йәшәгән, башҡа илаһтарға эйәргән, уларға хеҙмәт иткән, сәждә ҡылған был яман халыҡ ошо бер нәмәгә яраҡһыҙ билбау һымаҡ булып ҡалыр.


Был – һиңә төшкән йәрәбә. Мин һиңә бүлеп биргән өлөш шул, – тип белдерә Раббы. – Сөнки һин Мине оноттоң, Ялғанға өмөт бағланың.


Ә халҡым Мине онотто, Бер яраҡһыҙ боттарға хуш еҫ төтәтә! Был илаһтар уны абындырҙы, Боронғо юлдарынан тайпылтып, Һуҡмаҡтарҙан, тапалмаған юлдан алып китте.


Ниндәйҙер халыҡ үҙенең илаһтарын, – Асылда улар ысын булмаһа ла, – алыштырғанмы? Минең халҡым иһә үҙенең Шөһрәтен Файҙаһыҙ боттарға алмаштырҙы!


Аҙғынлыҡҡа ҡайһылай оҫтаһың! Иң боҙоҡ ҡатынды ла өйрәтә алаһың.


Бәғел арҡаһында ата-бабалары исемемде онотҡан кеүек, бер-береһенә төштәрен һөйләп, халҡымдан исемемде онотторорға теләйҙәр улар.


Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа ыңғырашыу – Исраил халҡының һыҡтап ялбарыуы ишетелә. Сөнки улар тоғро юлдан яҙҙы, Раббыны, үҙҙәренең Аллаһын, онотто.


Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Бар ҡылыусыһын онотто Исраил, Һарай өҫтөнә һарай төҙөнө. Йәһүҙә лә ҡәлғәле күп ҡалалар һалды. Ләкин Мин уның ҡалаларына ут ебәрәм, Ҡәлғәләрен ялҡынға ем итәм».


Әммә Йешурун һимерҙе, буйһонмай башланы, Таҙарҙы, йыуанайҙы, май бөрҙө. Үҙен яратҡан Алланы ташланы. Ҡотҡарыусы таянысынан ваз кисте.


Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләштәй күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Йәрүсәлимде күрҙем.


Исраил халҡы үҙҙәрен уратып алған барса дошмандарынан ҡотҡарған Аллалары Раббыны иҫкә лә төшөрмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ