Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 17:23 - Изге Яҙма

23 Әммә улар Мине тыңламаны, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы; тиҫкәреләнделәр һәм өгөт-нәсихәтемде алманылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Әммә улар Мине тыңламаны, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы; тиҫкәреләнделәр һәм өгөт-нәсихәтемде алманылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Әммә улар Мине тыңламаны, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы; тиҫкәреләнделәр һәм өгөт-нәсихәтемде алманылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 17:23
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй бөйөк Хаким, ауыҙымды ас, Телем Һиңә маҡтау һүҙҙәре һөйләр.


аҡыллы күрһәтмәләрҙе, тәҡүәлек, ғәҙеллек, намыҫлылыҡты үҙләштермәк өсөн,


хәйер, аҡыл эйәһе лә, ҡолаҡ һалып, белемен арттырыр, белдекле лә кәрәкле кәңәш табыр,


Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше – бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ.


«Өгөт-нәсихәтте ниңә тыңламаным, ниңә йөрәгем шелтәләрҙе кире ҡаҡты,


Нәсихәтемде көмөштән ғәйре күрегеҙ, ғилемде саф алтындан өҫтөн ҡуйығыҙ.


Тиҫкәре икәнеңде, муйыныңдың – тимер, Маңлайыңдың баҡыр булғанын белгәнгә күрә,


Улар әйткәндәремде тыңлауҙан баш тартҡан ата-бабаларының гонаһтарын ҡабатлай, бүтән илаһтар артынан эйәрәләр, уларға хеҙмәт итәләр. Исраил һәм Йәһүҙә нәҫелдәре ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде боҙҙо.


– Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде Мин был ҡаланы һәм уның әйләнә-тирәһендәге ҡалаларҙы алдан әйткән бөтә ҡазаларға ла дусар итәм, сөнки улар, тиҫкәрелектәренә барып, әйткәндәремде тыңламаны».


Улар Миңә йөҙҙәре менән түгел, һырттары менән боролдо. Мин уларға ҡабат-ҡабат өйрәтһәм дә, нәсихәттәремде тыңларға теләмәнеләр, һабаҡ алманылар.


Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.


Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.


Киҫәтеүгә ҡолаҡ һал, эй Йәрүсәлим, Юҡһа һинән ваз кисермен, Һине ташландыҡ ергә, Кешеһеҙ урынға әйләндерермен».


Шуның өсөн һин уларға әйт: «Үҙенең Аллаһы Раббыны тыңламаған, Уның өгөт-нәсихәтен тотмаған халыҡ – һеҙ ул! Хәҡиҡәт юҡ булды, ауыҙығыҙҙан хаҡ һүҙ сыҡмаҫ булды».


Әммә Исраил нәҫеле сүлдә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләремде инҡар итте, шәмбе көндәремде бөтөнләй боҙҙо. Шуға күрә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды һәм сүлдә уларҙы юҡ итәсәгемде әйттем.


Сөнки улар ҡағиҙәләремде кире ҡаҡты, бойороҡтарымды тыңламаны, шәмбе көндәремде боҙҙо, уларҙың күңелдәре боттарына береккәйне.


Әммә балалары ла Миңә ҡаршы баш күтәрҙе: уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәне, шәмбе көндәремде һанламаны. Шунда Мин сүлдә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.


Инде һин, Йәрүсәлим, Минән ҡурҡырһың, Ниһайәт үҙеңә һабаҡ алырһың, тип уйлағайным. Шул сағында йәшәгән урының имен булыр, Минең язаларым урап үтер ине. Әммә һеҙ бары яуызлыҡ ҡына эшләнегеҙ».


– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.


Һеҙгә: „Мин һеҙҙең Аллағыҙ Раббы! Үҙегеҙ йәшәгән әмөриҙәр ерендә уларҙың илаһтарына табынмағыҙ!“ – тинем. Һеҙ иһә әйткәндәремде тыңламанығыҙ».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ