Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 17:18 - Изге Яҙма

18 Мине эҙәрләүселәр оятҡа ҡалһын, Мине иһә хур булыуҙан һаҡла. Әйҙә, улар ҡурҡыуға ҡалһын, Мине дәһшәт урап үтһен. Уларға ебәр һәләкәт көнөн, Икеләтә ҡеүәт менән ҡыйрат!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Мине эҙәрләүселәр оятҡа ҡалһын, Мине иһә хур булыуҙан һаҡла. Әйҙә улар ҡурҡыуға ҡалһын, Мине дәһшәт урап үтһен. Уларға ебәр һәләкәт көнөн, Икеләтә ҡеүәт менән ҡыйрат!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Мине эҙәрләүселәр оятҡа ҡалһын, Мине иһә хур булыуҙан һаҡла. Әйҙә, улар ҡурҡыуға ҡалһын, Мине дәһшәт урап үтһен. Уларға ебәр һәләкәт көнөн, Икеләтә ҡеүәт менән ҡыйрат!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 17:18
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәнемдән умырып ала, яра һала, Һуғышсы һымаҡ ҡабат-ҡабат ташлана.


Ауыҙынан яуызлыҡ һәм ялған ағыр, Аҡыллы һәм яҡшы эштән йыраҡ йөрөр.


Ниндәй ҡиммәт мөхәббәтең, эй Алла! Бәндәләрең ҡанатың аҫтында ышыҡ таба.


Мәңгелектән мәңгелеккәсә мөбәрәк Исраилдың Аллаһы Раббы! Амин, амин!


Ғәҙеллегеңде күрһәт, йолоп ал, ҡотҡар! Ҡолаҡ һал миңә, ярҙам ит!


Сөләймәндең мәҙхиәһе. Эй Алла, батшаға ғәҙеллегеңде бир, Ә батша улына хаҡ хөкөмдәр сығарырға өйрәт.


Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән! Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер. Уларҙан ҡурҡма, Юҡһа уларҙың алдында үҙеңде ҡурҡыуға һалырмын.


Әммә Һин – ғәҙел хөкөм ҡылған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин – күңелде һәм булмышты һынаусы, Уларҙан үс алғаныңды күрәйемсе, Дәғүәмде Һиңә тапшырҙым!


Ә мине беләһең, Раббы, күрәһең, Күңелемдең Һиндәлеген һынағанһың. Уларҙы салыу һарыҡтары һымаҡ ҡыуып алып кит, Боғаҙлау көнө өсөн айырып ҡуй.


Һин уларға шулай тип әйт: «Күҙҙәремдән йәшем аҡһын, Көнө-төнө туҡтамаһын, Сөнки ғиффәтле ҡыҙ – ғәзиз халҡым Тәрән бер йәрәхәт алды, Ауыр тетрәнеүгә дусар булды.


Яуыз ғәмәлдәре һәм гонаһтары өсөн икеләтә түләтәсәкмен, сөнки улар еремде йәнһеҙ илаһтарының ерәнгес һындары менән нәжесләне, биләмәмде әшәкелектәре менән тултырҙы.


Эй Исраилдың өмөтө Раббы! Һине инҡар иткәндәрҙең һәммәһе оятҡа ҡалыр. Һинән йөҙ борғандар туҙандағы яҙыу кеүек юйылыр, Сөнки улар Раббыны – тере һыу шишмәһен ташланылар.


Мин халҡыңа көтөүсе булыуҙан ҡасманым, Һәләкәт көнө килеүен көҫәмәнем. Ауыҙымдан сыҡҡан һәр һүҙҙе беләһең, Раббы, Улар Һинең хозурыңда.


Раббы миңә былай тине: – Йәһүҙә батшалары инеп-сығып йөрөгән Халыҡ ҡапҡаһы янына барып тор, шунан Йәрүсәлимдең башҡа ҡапҡалары янына бар.


Әммә Раббы, ғәйрәтле яугирҙәй, минең менән. Шуға күрә эҙәрләүселәр һөрөнөп төшөр, Улар минән өҫтөн сыға алмаҫ. Мәсхәрәгә ҡалырҙар, ниәттәренә ирешә алмаҫтар. Хурлыҡтары һис ҡасан да онотолмаҫ.


Йә Раббы, уның ҡеүәтен фатихала, Уларҙың эшен ҡабул ҡыл. Кем уларға һөжүм итә, нәфрәт тота – билен һындыр, Бүтән баш ҡалҡытмаһындар.


Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән туҫтағында үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ