Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 16:6 - Изге Яҙма

6 Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 16:6
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы уларға халдейҙар батшаһын ебәрә. Шул батша Изге торлаҡта уларҙың егеттәрен ҡылыстан үткәрә. Егет-еләнгә лә, ҡыҙ-ҡырҡынға ла, ҡарт-ҡороға ла аяу булмай: Алла уларҙың барыһын да ошо батша ҡулына тапшыра.


Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Халыҡ менән ҡаһин араһында, Ҡол менән хужаһы араһында, Ялсы ҡатын менән хужабикә, Һатыусы менән алыусы, Бурыс биргән менән бурысҡа алғандың араһында Бер ниндәй айырма ҡалмаясаҡ.


уларға былай тип яуап ҡайтар: «Раббы әйтә: был ерҙә йәшәгән һәр кемгә – Дауыт тәхетендә ултырған батшаларға, ҡаһиндарға, пәйғәмбәрҙәргә, Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең барыһына ла, иҫерткәнсе шарап тултырам.


«Улар ғазаплы сирҙәрҙән үләсәк. Улар өсөн йәш түгеүсе лә, уларҙы күмеүсе лә булмаясаҡ, мәйеттәре ер өҫтөндә тиреҫ кеүек аунап ятасаҡ. Улар ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ, мәйеттәре күктәге ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә емтек буласаҡ».


Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар, Раббы йортона тип, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне.


Газа әсе хәсрәтенән сәсен ҡырыр, Ашҡылон өнһөҙ ҡалыр. Эй үҙәнлектә иҫән ҡалғандар, Ҡасанға саҡлы тәнегеҙҙе йәрәхәтләрһегеҙ?“»


Һәр кем сәсен, һаҡалын ҡырыр, Ҡулдарын йәрәхәтләр, биленә ҡыл туҡыма урар.


Эй Йәрүсәлим, сәсеңде ҡырҡып ташла, Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа һыҡта. Сөнки асыуын ҡабартҡан был нәҫелдән Раббы ваз кисте, уны ташланы.


Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр.


Сикә сәстәрегеҙҙе киҫмәгеҙ, һаҡалығыҙҙы тигеҙләп ҡырҡмағыҙ.


Үлгән кеше иҫтәлегенә тәнегеҙгә бер ниндәй йәрәхәт тә һалмағыҙ, тирегеҙгә тамға яҙмағыҙ. Мин – Раббы.


Тиҙҙән Раббы бойороҡ бирер ҙә, Ҙур йорттар селпәрәмә килер, Бәләкәй йорттар емерелеп төшөр.


Башлыҡтың өйөнә ингәс, Ғайса матәм көйө уйнаусыларҙы һәм ығы-зығы килгән халыҡ төркөмөн күрҙе.


Һеҙ – Аллағыҙ Раббының балалары. Шуға күрә берәйһе үлә ҡалһа, ҡайғы билдәһе итеп, тәнегеҙҙе йәрәхәтләмәгеҙ, башығыҙҙың алғы яғын ҡырмағыҙ.


Мин тәхет ҡаршыһында торған үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Тағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.


Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, байҙар, ҡеүәтлеләр, барыһы ла – ҡолдар ҙа, иреклеләр ҙә мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙағы ҡаялар араһында йәшеренде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ