Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 16:12 - Изге Яҙма

12 Ә һеҙ аталарығыҙҙан да яманыраҡ ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ; Мине тыңламайынса, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәрегеҙ буйынса йәшәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Ә һеҙ аталарығыҙҙан да яманыраҡ ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ; Мине тыңламайынса, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәрегеҙ буйынса йәшәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Ә һеҙ аталарығыҙҙан да яманыраҡ ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ; Мине тыңламайынса, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәрегеҙ буйынса йәшәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 16:12
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы күрҙе: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған – уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта.


Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


Гонаһлы әҙәм йөҙҙәрсә ҡат боҙоҡлоҡ эшләһә лә, оҙаҡ йәшәүе бар, ләкин Алланы хөрмәтләгән, Унан ҡурҡҡан кешегә генә яҡшы булыр – шуны беләм.


Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә.


Әйткәндәремде тыңларға теләмәгән, йөрәктәренең тиҫкәрелеге буйынса йәшәгән, башҡа илаһтарға эйәргән, уларға хеҙмәт иткән, сәждә ҡылған был яман халыҡ ошо бер нәмәгә яраҡһыҙ билбау һымаҡ булып ҡалыр.


Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ, Уны дауалап булаһы түгел. Уны кем һуң аңлай алыр?


Әммә улар: «Бушты һөйләмә! Үҙебеҙ теләгәнсә йәшәйбеҙ, яуыз йөрәктәребеҙҙең тиҫкәрелеге буйынса эшләйбеҙ», – тип яуап ҡайтарыр.


Ошо әҙәм Йеһояхинмы? Бер нимәгә эшкинмәгән ярыҡ көршәк, Бер кемгә лә кәрәкмәгән һауыт улмы? Ни өсөн үҙе һәм зат-зәүере Белмәгән-күрмәгән илгә олаҡтырылды?


Әммә улар тыңламаны, ҡолаҡтарына ла элмәне, тиҫкәре яуыз күңелдәре теләгәнсә йәшәне, алға бармай, артҡа киттеләр.


Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ. Тиҫкәреләнеп ата-бабаларығыҙҙан да яманыраҡ ҡыландығыҙ.


баш-баштаҡ булмыштарына буйһондолар, ата-бабалары өйрәткәнсә, Бәғелдәргә эйәрҙеләр.


Ата-бабаларыбыҙ гонаһ ҡылды, Әммә хәҙер улар юҡ инде; Ә ғәйептәренең язаһы беҙгә йөкмәлде.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Аталарығыҙ һымаҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе нәжесләмәйһегеҙме? Уларҙың ерәнгес боттары артынан эйәреп зина ҡылмайһығыҙмы?


Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Аталары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.


Ләкин атайҙарығыҙ заманынан алып Ҡағиҙәләремдән тайпылдығыҙ, Уларҙы ғәмәлгә ашырманығыҙ. Миңә кире ҡайтығыҙ – Мин дә һеҙгә ҡайтырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Әммә һеҙ: „Нисек беҙгә кире ҡайтырға?“ – тинегеҙ.


яуыз уйҙар – фәхешлек итеү, урлашыу, кеше үлтереү,


Был килешеү һүҙҙәрен ишетеп берәйһе күңеленән маһайып: «Үҙемдең тиҫкәрелегемә таянып йәшәһәм дә, иҫән-аман булырмын», – тимәһен. Юғиһә был һуғарыулы ерҙе лә, ҡоро тупраҡты ла һәләкәткә килтерер.


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты иҫкә ал. Һин был халыҡтың тиҫкәрелегенә, яуызлығына һәм гонаһтарына ҡарама.


Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.


Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙә лә тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз, иманһыҙ йөрәк булмаһын.


Ләкин хаким үлеү менән, исраилдар йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, сит илаһтарға әүрәп, уларға эйәреп китә, хеҙмәт итә һәм сәждә ҡыла башлар булды, аталарынан да хәтәрерәк ғәмәлдәр ҡылды – үҙҙәренең яман эштәренән ваз кисмәне һәм тиҫкәрелектәрен дауам итте.


Сөнки башбаштаҡлыҡ – сихырсылыҡ кеүек үк гонаһ, тиҫкәрелек – йорт илаһтарына табыныу кеүек әшәкелек. Һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡан өсөн, Раббы һине батша булараҡ кире ҡаҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ