Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 14:2 - Изге Яҙма

2 «Йәһүҙә йәш түгә, Ҡала ҡапҡалары ҡайғыға батҡан, Ҡарайышып улар ерҙә аунай. Йәрүсәлимдә аһ-зар яңғырай!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 «Йәһүҙә йәш түгә, Ҡала ҡапҡалары ҡайғыға батҡан, Ҡарайышып улар ерҙә аунай. Йәрүсәлимдә аһ-зар яңғырай!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 «Йәһүҙә йәш түгә, Ҡала ҡапҡалары ҡайғыға батҡан, Ҡарайышып улар ерҙә аунай. Йәрүсәлимдә аһ-зар яңғырай!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 14:2
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға ярлыларҙың ялбарыуы Аллаға барып етте, Ул фәҡирҙәрҙең зарын ишетте.


Йығылырға торғандарға таяныс Раббы, Ул ҡолатылғандарҙы торғоҙа.


Алла уларҙың ялбарыуын ишетте, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән булған килешеүен иҫенә төшөрҙө.


Йөрәгем һыҙлана Моав өсөн! Моав кешеләре Соғарға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа ҡастылар. Илай-илай Лухиҫҡа ҡалҡалар, Үҙҙәренә ябырылған һәләкәттән Хоронаим юлында сеңләйҙәр.


Шарап юҡлыҡтан урамдарҙа ҡысҡырыш, Ҡыуаныстың әҫәре лә ҡалманы, Донъяла шатлыҡ юҡ булды.


Донъя һарғайып көйөр, Ер йөҙө ҡороп һулыр; Уның ҡеүәтле заттары хәлһеҙләнер.


Яңы шарап бөттө. Йөҙөм ботаҡтары шиңде. Элек шат йәшәгәндәр бойоҡто.


Ер иңрәй һәм кибә; Ливан оялышынан һулыған; Шарон тигеҙлеге сүлгә оҡшап ҡалды, Башан менән Кармәлдең япраҡтары ҡойолған.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!


Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин уларҙың баштарына ҡотола алмаҫлыҡ бәлә-ҡаза ебәрәм! Мине ярҙамға саҡырырҙар, әммә уларҙы ишетмәйәсәкмен.


Уны бушлыҡҡа әйләндерҙеләр, Ташландыҡ ерем алдымда илап ята. Бөтөн ил емереклеккә ҡалды – Бының өсөн бер кемдең дә эсе бошмай.


Ҡасанғаса ер ҡайғырып ятыр? Яландарҙа бөтә үлән ҡорор? Был ерҙә йәшәгәндәрҙең яуызлығы арҡаһында Йәнлектәр һәм ҡоштар һәләк була. Был әҙәмдәр иһә әйтә: «Ул беҙҙең ахырыбыҙҙы күрмәй».


Көтмәгәндә өҫтәренә баҫҡынсылар ебәргәнеңдә Өйҙәрендә иңрәү яңғыраһын! Сөнки улар мине тотмаҡ булып соҡор ҡаҙҙы, Аяғымды тоҙаҡҡа эләктермәксе булды.


Шуға күрә ер йәшкә күмелер, Юғарыла күктәр ҡарайыр. Сөнки Мин әйттем һәм ҡарар иттем, Фекеремдән кире ҡайтмам, Ҡарарымды үҙгәртмәм.


Ҡәүемдәр мәсхәрәгә ҡалыуыңды ишетте. Ер йөҙөн һыҡтауҙарың тултырҙы; Сөнки яугир яугиргә абынды, Икеһе бергә ҡоланы».


Бисара халҡым яраһы арҡаһында мин дә яраландым, Ҡайғыға баттым, дәһшәткә төштөм.


Раббы Сион-ҡыҙҙың диуарҙарын емерергә ҡарар ҡылды: Үлсәү ебен һуҙҙы, емереүҙән ҡулын тыйманы. Инде нығытма, диуарҙар һыҡтай, Барыһы ла харап булып ята.


Ҡапҡалары ергә батып керҙе, Раббы арҡыры биктәрен ҡырып һалды; Батша менән түрәләрен Ят ҡәүемдәр араһына таратты. Ҡанун өйрәтелмәй; пәйғәмбәрҙәренә Раббынан күренмеш килмәй.


Аслыҡ ғазабынан тән тиребеҙ Усаҡта янған һымаҡ ҡарайып көйҙө.


Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр.


Баҫыуҙар харап булды, иңрәй тупраҡ, Сөнки иген юҡ ителде, йөҙөм һуты кипте, Зәйтүн майы ҡороно.


Бойҙай менән арпа өсөн, Эй игенселәр, көйәләнегеҙ! Илағыҙ, баҡсасылар, йәш түгегеҙ, Сөнки бөтә уңыш юҡҡа сыҡты.


Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ.


Халыҡтар улар алдында ҡалтырап төшә, Ҡурҡыуҙан йөҙҙәре ағарып ҡата.


Ергә, тауҙарға, игенгә, йөҙөмгә һәм зәйтүнгә – Ерҙә үҫкән бөтә нәмәгә; Кешегә һәм мал-тыуарға, Ҡулығыҙҙың барса хеҙмәтенә Мин ҡоролоҡ иғлан иттем».


Раббы уларҙы саҡырғанда, тыңламанылар. «Улар саҡырғанда Мин дә уларҙы тыңламаным, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Үлмәй ҡалғандар оролар менән ҡапланғайны. Ҡала халҡының аһ-зары күктәргә олғашты.


– Иртәгә ошо ваҡытта Бинйәмин еренән һиңә бер кешене ебәрермен. Уны халҡым Исраилдың хакимы итеп мәсехләрһең. Ул халҡымды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр. Мин халҡымдың ғазабына баҡтым, уның аһ-зарҙары Миңә килеп етте, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ