Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 13:25 - Изге Яҙма

25 Был – һиңә төшкән йәрәбә. Мин һиңә бүлеп биргән өлөш шул, – тип белдерә Раббы. – Сөнки һин Мине оноттоң, Ялғанға өмөт бағланың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Был – һиңә төшкән йәрәбә. Мин һиңә бүлеп биргән өлөш шул, – тип белдерә Раббы. – Сөнки һин Мине оноттоң, Ялғанға өмөт бағланың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Был – һиңә төшкән йәрәбә. Мин һиңә бүлеп биргән өлөш шул, – тип белдерә Раббы. – Сөнки һин Мине оноттоң, Ялғанға өмөт бағланың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 13:25
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был – залим әҙәмгә Алланан өлөш, Алланың уға тәғәйенләгән насибы ошо».


Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».


Раббы Үҙен танытты һәм хаҡ хөкөм ҡылды, Залимдар үҙҙәре ҡуйған тоҙаҡҡа ҡапты. Һиггайон Села


«Ул көндө Яҡуп нәҫеленең даны һүрелер, Һимеҙ тәне тире лә һөйәккә тороп ҡалыр.


Һеҙ былай тинегеҙ: «Беҙ үлем менән килешеү төҙөгәнбеҙ, Үлеләр донъяһы менән һүҙ ҡуйышҡанбыҙ. Дәһшәтле афәт беҙгә теймәй үтәсәк, Сөнки ялғанды үҙебеҙгә һыйыныс итеп алдыҡ, Хәйләнең артына йәшендек».


Раббы Үҙе улар өсөн йәрәбә ташланы, Үлсәү бауы менән үлсәп өлөш бүлде. Улар был ергә мәңгегә хужа булыр, Быуындан-быуынға шунда йәшәр.


Уларҙы үҙҙәренең гонаһтары өсөн дә, Аталарының гонаһтары өсөн дә язалармын, – ти Раббы. – Улар тауҙарҙа хуш еҫ төтәттеләр, Ҡалҡыулыҡтарҙа Мине хурланылар. Шуға күрә ҡылғандарына ҡарап, Әжерен тулыһынса бирермен».


Уның алдында бар әҙәм – аҡылһыҙ һәм наҙан; Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала, Яһаған һындары ялған, Уларҙың өнө-тыны юҡ.


Ә халҡым Мине онотто, Бер яраҡһыҙ боттарға хуш еҫ төтәтә! Был илаһтар уны абындырҙы, Боронғо юлдарынан тайпылтып, Һуҡмаҡтарҙан, тапалмаған юлдан алып китте.


Минең халҡым ике енәйәт эшләне: Мине – тере һыу инешен – ташланы, Үҙенә һыу йыйырға таш ҡаяла соҡор, Һыу тота алмаҫтай ярыҡ соҡор, уйҙы.


Еткән ҡыҙ – биҙәүестәрен, Кәләш туй кейемен онотормо? Ә халҡым Мине күптән онотто.


Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа ыңғырашыу – Исраил халҡының һыҡтап ялбарыуы ишетелә. Сөнки улар тоғро юлдан яҙҙы, Раббыны, үҙҙәренең Аллаһын, онотто.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Һин Мине оноттоң, Миңә артың менән боролдоң, шуға күрә әхлаҡһыҙлығыңдың һәм фәхешлегеңдең язаһын күр».


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Ул әйткәндәргә ҡолаҡ һалманы, Һабаҡ алманы, өмөтөн Раббыға бағламаны, Аллаһына һыйынманы.


Ул хеҙмәтсене ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер.


Улар, Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Бар ҡылыусыға түгел, ә Ул бар ҡылған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Бар ҡылыусыға иһә мәңгелек маҡтау яуһын! Амин.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ