Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 13:22 - Изге Яҙма

22 Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә: «Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, – Һин үтә күп гонаһ ҡылдың, Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә: «Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, Һин үтә күп гонаһ ҡылдың, Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә: «Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, – Һин үтә күп гонаһ ҡылдың, Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 13:22
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм ялан аяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр.


Шуға күрә лә бөйөк Хаким уларҙың Баштарын ҡутырлатыр, оят ерҙәрен асыр».


Гел рәхәттә аман йәшәгән ҡыҙ, Эсеңдән генә: „Мин генә, минән башҡаһы юҡ; Бер ваҡытта ла тол ҡалмам, бала ҡайғыһы күрмәм“, – тигәйнең. Хәҙер инде тыңла.


Шуның өсөн итәгеңде битеңә ҡаплармын, Әйҙә оятың күренһен.


Улар пәйғәмбәрлек иткән халыҡ та ҡылыс менән аслыҡтан үлер. Мәйеттәре Йәрүсәлим урамдарында аунап ятыр. Уларҙы ла, ҡатындарын да, улдарын-ҡыҙҙарын да ерләүсе булмаҫ. Ҡылған яуызлыҡтарын Мин үҙҙәренең баштарына килтерәм».


Кешеләр: „Аллабыҙ Раббы ни өсөн беҙгә бөтә быларҙы эшләне?“ – тип һораған ваҡытта, былай тип яуап бирерһең, Йермеяһ: „Һеҙ Мине ташланығыҙ, үҙ ерегеҙҙә сит илаһтарға хеҙмәт иттегеҙ. Шуға күрә сит ерҙәрҙә яттарға хеҙмәт итерһегеҙ“».


Оло гонаһ ҡылды Йәрүсәлим, Шул арҡала үҙен нәжескә батырҙы. Элек хөрмәт иткәндәр һәммәһе Инде уға мыҫҡыл итеп ҡарай, Сөнки уның яланғаслығын күрҙеләр. Ул үҙе лә ауыр һулай, Ситкә боролоп, йөҙөн йәшерә.


Кейемдәреңде систерерҙәр, күркәм биҙәүестәреңде тартып алырҙар.


Әфраим былай ти: „Ысынлап та мин байыным, мал таптым; Бөтә ҡаҙанышымда гонаһ тип һаналырҙай Бер ниндәй ҙә ғәйеп таба алмаҫтар“.


Инде уйнаштарының алдында Уның оят ерен асам; Бер кем дә уны ҡулымдан ҡотҡара алмаҫ.


Юҡһа Мин уны шәрә ҡалғансы сисендерермен, Инәнән тыуғандағы һымаҡ яланғас ҡалдырырмын. Сүллеккә, ҡоро тупраҡҡа әйләндереп, Һыуһыҙлыҡтан үлтерермен.


Әсәләре зина ҡылды, Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы. „Уйнаштарым артынан барам. Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде, Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, һиңә ҡаршы сығам, Итәгеңде ҡайырып асып, битеңә ҡаплайым, Халыҡтарға яланғаслығыңды, Батшалыҡтарға оятыңды күрһәтәм.


Ул мәлдә Йәрүсәлимдең һәр тарафын Сыраҡ тотоп урап сығам, Төпрәһе өҫтөндә тонған шарап ише Ғәмһеҙлеккә батҡандарҙы, „Раббы яҡшылыҡ та, яманлыҡ та эшләмәҫ“, – тигәндәрҙе язалайым.


«Ул һүҙҙең Раббынан булмағанын нисек беләйек?» – тип уйлауығыҙ ихтимал.


Бәлки, күңелеңдән генә: «Был халыҡтар беҙҙән күпкә артығыраҡ, нисек уларҙы ҡыуып ебәрәйек?» – тип уйлайһыңдыр.


«Был байлыҡты үҙ тырышлығым һәм ҡул көсөм менән таптым», – тип уйлама.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ