Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 12:7 - Изге Яҙма

7 «Мин ил-йортомдо ташланым, Үҙ биләмәмдән баш тарттым; Һөйгән халҡымды дошмандары ҡулына бирҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 «Мин ил-йортомдо ташланым, Үҙ биләмәмдән баш тарттым; Һөйгән халҡымды дошмандары ҡулына бирҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 «Мин ил-йортомдо ташланым, Үҙ биләмәмдән баш тарттым; Һөйгән халҡымды дошмандары ҡулына бирҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 12:7
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халҡымдың иҫән ҡалғандарынан баш тартам, уларҙы дошмандары ҡулына тапшырам. Дошмандары уларҙы талап, үҙҙәренә табыш итер.


Аҡһөйәктәр өҫтөнә Раббы хурлыҡ яуҙыра, Юлһыҙ ерҙәрҙә уларҙы аҙаштыра.


Йә Раббы, халҡыңды – Яҡуп нәҫелен ташланың. Улар көнсығыштың күп йолаларына эйәрҙеләр. Пелештиҙәр һымаҡ күрәҙә итәләр, Сит-яттар менән ҡул ҡыҫышалар.


«Һөйгән халҡым, күпме яуызлыҡтар ҡылғандан һуң Минең йортомда булырға ни хаҡың бар? Был ҡорбан ите һине бәләнән ҡотҡара алмаясаҡ, Сөнки һин ҡәбәхәтлек ҡылғанда һөйөнәһең».


Йәһүҙәнән Һин бөтөнләй баш тарттыңмы? Күңелеңә нәфрәтлеме Сион? Ниңә беҙгә төҙәлмәҫлек яра һалдың? Беҙ именлек көттөк, әммә яҡшылыҡ килмәне; Шифа тапмаҡсы инек, әммә ҡазаға дусар булдыҡ.


Мин һиңә биргән биләмәңдән Үҙ ғәйебең арҡаһында мәхрүм ҡаласаҡһың. Үҙең белмәгән ерҙә дошмандарыңа Ҡол итәсәкмен Мин һине. Сөнки һеҙ нәфрәт утымды тоҡандырҙығыҙ, Ул һүнмәҫ ялҡын булып янасаҡ».


Ә инде был бойороҡтарымды үтәмәһәгеҙ, исемем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – был һарай харабаға әйләнер“».


Эй Йермеяһ, был халыҡ араһынан берәйһе, пәйғәмбәр йәки ҡаһин һинән: «Раббы беҙгә был хәбәрҙе ебәреп, нимә йөкмәтмәксе икән?» – тип һораһа: «Раббы: „Һеҙ үҙегеҙ Миңә йөк. Мин һеҙҙе алып ташлаясаҡмын!“ – тип белдерә», – тиерһең.


һеҙҙе бөтөнләйгә онотормон, һеҙҙән дә, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән ошо ҡаланан да ваз кисермен,


Исраилдың Изгеһе алдында Илдәре енәйәткә батҡан булһа ла, Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын ташламаны.


Шулай икән, исемемә бағышланған, өмөтөгөҙҙө бағлаған был ҡорамды ла, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән урынды ла Шило хәленә ҡалдырасаҡмын.


Эй Йәрүсәлим, сәсеңде ҡырҡып ташла, Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа һыҡта. Сөнки асыуын ҡабартҡан был нәҫелдән Раббы ваз кисте, уны ташланы.


Исраил халҡына әйтергә ҡушып, Раббы Хаким былай ти: «Ғорурлығығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө, күҙҙәрегеҙҙең ҡыуанысы, күңелегеҙҙең йыуанысы булған Изге торлағымды нәжесләйәсәкмен. Һеҙ ҡалала ҡалдырған улдарығыҙ менән ҡыҙҙарығыҙ ҡылыстан үткәреләсәк.


«Исраилды бала сағынан яраттым, Үҙ улымды Мысырҙан саҡырып алдым.


«Гилгалдағы бар залимлыҡтары өсөн Мин уларға шунда уҡ нәфрәтләнгәйнем. Ҡылған яуызлыҡтары өсөн Уларҙы йортомдан ҡыуып сығарам. Бүтәнсә уларҙы яратмайым – Бөтә башлыҡтары фетнәсел.


Борғо ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ!


Бөтә халыҡтарҙы йыйып, Йеһошафат үҙәненә килтерәм. Үҙемдең халҡым, биләмәм Исраилға ҡаршы Ҡылған ғәмәлдәре өсөн уларҙы хөкөмгә тарттырам. Сөнки халҡымды башҡа ҡәүемдәр араһына тараттылар, Еремде үҙ-ара бүлешеп алдылар.


Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.


Бинйәмин тураһында әйтте: – Раббының һөйөклөһө Уның янында Һис бер хәүеф белмәй йәшәй. Раббы уны һәр саҡ ҡурсалай, Ул Раббының ҡосағында имен-аман.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ