Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 12:13 - Изге Яҙма

13 Минең халҡым бойҙай сәсте, Билсән урып алды, Хәлдән тайғансы эшләне, Әммә файҙаһын күрмәне. Раббының ялҡынлы ярһыуы арҡаһында Оятҡа ҡалдығыҙ – уңышығыҙҙан мәхрүм булдығыҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Минең халҡым бойҙай сәсте, Билсән урып алды, Хәлдән тайғансы эшләне, Әммә файҙаһын күрмәне. Раббының ялҡынлы ярһыуы арҡаһында Оятҡа ҡалдығыҙ – уңышығыҙҙан мәхрүм булдығыҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Минең халҡым бойҙай сәсте, Билсән урып алды, Хәлдән тайғансы эшләне, Әммә файҙаһын күрмәне. Раббының ялҡынлы ярһыуы арҡаһында Оятҡа ҡалдығыҙ – уңышығыҙҙан мәхрүм булдығыҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 12:13
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ризыҡ булмаған нәмәгә ни өсөн аҡса сарыф итергә? Эшләп тапҡанығыҙҙы ни өсөн Тамаҡ туйҙырмаған нәмәгә әрәмләргә? Мине диҡҡәт менән тыңлағыҙ: Иң затлы ризыҡты ауыҙ итерһегеҙ, Һыйлы аҙыҡҡа ләззәтләнерһегеҙ.


Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.


Ҡараным, сәскә атҡан ер сүлгә әйләнгән, Ундағы бөтә ҡалалар хараба булған Раббы ҡаршыһында, Уның утлы асыу-ярһыуы алдында.


Һәр кем үҙенең күршеһен алдай, Береһе лә дөрөҫөн һөйләмәй. Телдәрен ялғанға өйрәтеп бөткәндәр; Хәлдән тайғансы гонаһ ҡылалар.


Кем ел сәсә, шул ғәрәсәт урыр. Башаҡта ашлыҡ булмаһа, он да булмаҫ, Булһа ла уны яттар ашап бөтәсәк.


Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар.


Көсөгөҙ юҡҡа исрафланыр, тупрағығыҙ уңыш, ерегеҙҙәге ағастар емеш бирмәҫ.


Сәсерһең, ләкин урмаҫһың, Зәйтүн һығырһың, май һөртөнмәҫһең; Йөҙөм иҙерһең, шарабын эсә алмаҫһың.


Милләттәр үҙҙәрен юҡҡа йонсоталар, Халыҡтарҙың бөтә хеҙмәт емештәре – утҡа аҙыҡ булыр. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы хәл иткән инде.


Күп сәсәһегеҙ – аҙ ураһығыҙ, Ашайһығыҙ, әммә туймайһығыҙ, Эсәһегеҙ – һыуһынығыҙ ҡанмай, Кейенәһегеҙ ҙә, йылынмайһығыҙ, Эшләйһегеҙ, әммә янсығығыҙ тишек».


Күп теләнегеҙ ҙә аҙ алаһығыҙ, Аҙын да өйгә алып ҡайтһағыҙ, елгә осорам. Нилектән? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Сөнки Минең йортом емерек ята, Һеҙ үҙ өйөгөҙҙө хәстәрләйһегеҙ.


Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


Баҫыуығыҙға орлоҡто күп итеп сәсерһегеҙ, әммә уңышты бик аҙ йыйып алырһығыҙ, сөнки уны саранча ашап бөтөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ