Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 11:7 - Изге Яҙма

7 Ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан сығарған көндән башлап ошоға тиклем һәр ваҡыт: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ“, – тип киҫәтә килдем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан сығарған көндән башлап ошоға тиклем һәр ваҡыт: «Әйткәндәремде тыңлағыҙ», – тип киҫәтә килдем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан сығарған көндән башлап ошоға тиклем һәр ваҡыт: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ“, – тип киҫәтә килдем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 11:7
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын бөтә пәйғәмбәрҙәре һәм әүлиәләре аша киҫәтеп: «Яман юлдарығыҙҙы ташлағыҙ, ата-бабаларығыҙға биргән һәм ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша һеҙгә еткергән ҡанунымдағы бойороҡ-ҡағиҙәләремде үтәгеҙ», – тине.


Ата-бабаларының Аллаһы Раббы уларға әленән-әле илселәрен ебәреп тора, сөнки Ул Үҙ халҡын, Үҙ торлағын бик йәлләй.


Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.


Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


– Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы хакимлығының ун өсөнсө йылынан алып ошо көнгә тиклем – бына инде егерме өс йыл буйы – миңә Раббы һүҙе иңеп тора. Мин уларҙы һеҙгә туҡтауһыҙ һөйләй барҙым, әммә һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ.


Раббы һеҙгә Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәреп торҙо, әммә һеҙ тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ.


Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡан саҡта төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Мин уларҙың ире һымаҡ булһам да, ул килешеүемде боҙҙолар, – тип белдерә Раббы. –


Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.


„Үҙен һиңә һатып, алты йыл хеҙмәт иткән ғиври ҡәрҙәшеңде һәр етенсе йыл азат ит; һиңә алты йыл эшләгәс, уны иреккә ебәр“, – тинем. Әммә ата-бабаларығыҙ Мине тыңламаны, ҡолаҡ һалманы.


Рехав улы Йонадав үҙенең нәҫеленә шарап эсмәҫкә бойорҙо, бойороғо үтәлә. Улар ошо көнгә тиклем эсмәй, сөнки аталарының ҡушҡанын тота. Ә Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат әйткән булһам да, һеҙ Мине тыңламанығыҙ.


Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.


Һеҙ уларҙың яуызлыҡтарын ҡабатлаған саҡта, – тип белдерә Раббы, – Мин һеҙгә ҡайта-ҡайта әйттем – ишетмәнегеҙ, саҡырҙым – яуап ҡайтарманығыҙ.


Эй исраилдар, тыңлағыҙ Раббы һүҙен: Раббы ошо ерҙәге кешеләр менән дәғүәләшә, Сөнки был ерҙә тоғролоҡ та, мөхәббәт тә, Алланы танып белеү ҙә юҡ.


Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,


– Ата-бабаларығыҙ кеүек булмағыҙ! Әүәлге пәйғәмбәрҙәр уларға әйтә килде, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Яман юлдарығыҙҙы һәм боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе ташлағыҙ, Миңә ҡабат ҡайтығыҙ», – тип киҫәтә, тине. Әммә улар ишетмәне, әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. –


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


Һеҙгә әйтеп ҡуям, мин бойорғандарҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ; үҙегеҙҙән бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә.


Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ, Уны тыңлағыҙ, Уға һыйынығыҙ. Унда – һеҙҙең тормошоғоҙ, Раббы ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙәге оҙон ғүмерегеҙ.


Уларҙы һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ. Был башҡа халыҡтар күҙендә һеҙҙең аҡылығыҙҙы һәм белдеклелегегеҙҙе күрһәтер. Улар, был ҡағиҙәләр тураһында ишетеп: «Был бөйөк милләт, ысынлап та, аҡыллы һәм төплө фекерле», – тиер.


Әгәр уларҙың йөрәктәре лә шулай булһа икән! Ғүмер буйы Минән ҡурҡһындар һәм бөтә бойороҡтарымды үтәһендәр ине. Ул саҡта үҙҙәренә лә, балаларына ла мәңге яҡшы булыр.


Ғүмерегеҙ оҙон булһын өсөн үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа, балаларығыҙҙың балалары ла Аллағыҙ Раббынан ҡурҡығыҙ, һеҙгә минең аша еткерелгән барлыҡ ҡағиҙә һәм бойороҡтарын ғүмерегеҙ буйы үтәгеҙ.


Шулай итеп, Аллаң Раббының бойороҡтарын үтә, Уның юлынан йөрө, Унан ҡурҡ.


Ундайҙарға беҙ, үҙ ризыҡтарын үҙҙәре баш баҫып эшләп тапһындар тип, Раббы Ғайса Мәсих исеменән талап ҡуябыҙ һәм өндәйбеҙ.


Инде уларҙы тыңла, ләкин үҙҙәренә хакимлыҡ итәсәк батшаның хоҡуҡтары тураһында алдан уҡ ҡаты иҫкәрт.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ