Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 11:4 - Изге Яҙма

4 Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 11:4
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Уларҙы, тимер иретә торған мейестән ҡотҡарғандай, Мысырҙан алып сыҡҡаныңды онотма. Улар Һинең халҡың, Һинең биләмәң.


Хизкияһ Раббыға тоғро булды, Уның юлынан айырылманы, Раббының Мусаға биргән бойороҡтарын еренә еткереп үтәне.


Ә Мине яратҡан һәм бойороҡтарымды үтәгәндәрҙең меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтемде күрһәтермен.


Негев хайуандары тураһында әүлиәлек. «Инә һәм ата арыҫландар, Ҡара йыландар һәм ҡанатлы йыландар төйәк иткән Ҡырағай һәм ҡурҡыныс ерҙәрҙән уҙырҙар. Байлыҡтарын – ишәктәрҙең арҡаһына, Хазиналарын дөйәләрҙең үркәсенә йөкләп, Үҙҙәренә ярҙам итә алмаҫ халыҡҡа алып барырҙар.


Бына һине утта иретеп таҙарттым, Ләкин көмөш кеүек түгел, Ә ғазап усағында һынаным.


Ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан сығарған көндән башлап ошоға тиклем һәр ваҡыт: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ“, – тип киҫәтә килдем.


Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.


Әгәр һеҙ, яҡшылыҡ юлына баҫып, игелекле ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, Аллағыҙ Раббының әйткәндәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, Раббы ниәтенән ҡайтыр, һеҙгә иғлан иткән һәләкәтте ебәрмәҫ.


Һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын».


Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡара, был ҡаланы халдейҙар – Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына бирәм, һәм ул ҡаланы баҫып алыр.


– Бирмәҫтәр, – тип яуапланы Йермеяһ. – Раббының минең аша һиңә еткергән һүҙҙәрен тыңла, шул ваҡытта барыһы ла һәйбәт булыр, йәнеңде һаҡлап ҡалырһың.


Улар Минең ҡанундарым буйынса йәшәр, ҡағиҙәләремде тотор. Шул саҡта улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Мин быны Исраил халҡы бүтән Минең юлымдан тайпылмаһын, енәйәттәре менән үҙҙәрен нәжесләмәһен өсөн эшләйем. Шунда улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын», – тип белдерә Раббы Хаким.


Ул заманда Мин аталарығыҙға биргән ерҙә йәшәрһегеҙ. Һеҙ – Минең халҡым, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


Артабан боттары, ерәнгес нәмәләре һәм енәйәттәре менән үҙҙәрен нәжесләмәҫтәр. Уларҙы йәшәгән һәм гонаһ эшләгән барлыҡ ерҙәрҙән ҡотҡарып таҙарындырырмын. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Минең торлағым улар араһында булыр. Мин уларҙың Аллаһы булырмын, улар Минең халҡым булыр.


Навуходоносор янып торған мейес ауыҙына килеп: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, Юғарыларҙан юғары Алланың ҡолдары, сығығыҙ унан, килегеҙ бында! – тип ҡысҡырҙы. Шулай тигәс, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него ут эсенән сыҡты.


Арағыҙҙа булырмын, Мин һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ.


Күрһәтмәләрем буйынса йәшәһәгеҙ, бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ,


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


Алыҫтағылар ҙа килеп Раббы ҡорамын төҙөүҙә ҡатнашыр». Шунда мине һеҙгә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ. Әгәр ҙә Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен диҡҡәт менән тыңлаһағыҙ, быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашыр.


Мин уларҙы алып ҡайтырмын да Йәрүсәлимдә төйәкләнерҙәр. Улар Минең халҡым булыр, Мин дә уларҙың тоғро һәм ғәҙел Аллаһы булырмын».


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән.


Әгәр Аллағыҙ Раббының бөгөн мин һеҙгә әйткән ҡарар-ҡанундарын тыңлаһағыҙ, фатиха алырһығыҙ.


Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты.


«Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан, алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.


– Раббының күңеленә нимә нығыраҡ оҡшай: уның ҡушҡандарын тыңлаумы, әллә һәр төрлө ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандарымы? Тыңлаусанлыҡ – ҡорбандан, күндәмлек һарыҡ тәкәһенең эс майынан яҡшыраҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ