Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 10:6 - Изге Яҙма

6 Эй Раббы, Һиңә тиңе юҡ! Һин бөйөкһөң, Һинең исемең оло һәм ҡөҙрәтле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Эй Раббы, Һиңә тиңе юҡ! Һин бөйөкһөң, Һинең исемең оло һәм ҡөҙрәтле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Эй Раббы, Һиңә тиңе юҡ! Һин бөйөкһөң, Һинең исемең оло һәм ҡөҙрәтле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 10:6
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Хакимым, Һин ҡөҙрәтлеһең, Һиңә тиң булырлыҡ һис кем юҡтыр, Һинән башҡа һис бер илаһ юҡтыр! Беҙ быны үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп торабыҙ.


Сөнки Раббы бөйөк, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ, Ул барса илаһтарҙан да дәһшәтлерәк.


Бөтәһен дә ҡарап сыҡҡандан һуң, тороп, дәрәжәле кешеләргә, башлыҡтарға, ҡалған халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ уларҙан, бөйөк үә дәһшәтле Хакимыбыҙ Раббыны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Ағай-энеләрегеҙ, улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ, ҡатындарығыҙ һәм йорттарығыҙ өсөн көрәшәһегеҙ, – тинем.


Аллабыҙ – бөйөк, ҡөҙрәтле, дәһшәтле, килешеүгә тоғро һәм мөхәббәтле Алла! Ашшур батшалары хакимлыҡ иткән дәүерҙәрҙән алып ошо көнгә тиклем беҙ – батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, пәйғәмбәрҙәребеҙ, ата-бабаларыбыҙ һәм Һинең барлыҡ халҡың – дусар булған ғазаптарыбыҙ Һиңә әле лә аҙ булып тойолмаһын ине.


Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына.


Аҡ йөн һымаҡ ҡар яуҙыра, Бәҫ ҡундыра гүйә көл шикелле.


Сөнки йәшәү сығанағы – Һиндә, Һинең нурыңдан беҙ яҡтылыҡ алабыҙ.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.


Йәшене ғаләмде балҡыта, Ер йөҙө быны күреп тетрәнә.


Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар? Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле, Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар?


– Иртәгә, – тип яуапланы фирғәүен. – Һин әйткәнсә булыр. Шул саҡта Аллабыҙ Раббының тиңе юҡлығын белерһең, – тине Муса. –


Был юлы Мин һинең үҙеңә, хеҙмәтселәреңә, тотош халҡыңа иң ҡаты язаларымды юллайым – бөтә ер йөҙөндә Миңә торошло һис берәүҙең юҡлығын аңларһың.


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Алланы кемгә оҡшатырһығыҙ? Уны нимә менән сағыштырырһығыҙ?


«Мине кем менән сағыштырырһығыҙ? Кем Минең менән тиңләшә ала?» – ти Изге.


Мине кемгә оҡшатырһығыҙ? Кем менән сағыштырырһығыҙ? Оҡшашлыҡ табып, кемгә тиңләрһегеҙ һуң?


Әүәлдән, борон-борондан булғандарҙы иҫкә төшөрөгөҙ, Алла – Мин һәм башҡаһы юҡ, Мин Алла, Минең һымаҡ юҡ.


Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы, Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Уның исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Меңдәрсә кешеләргә мөхәббәтеңде күндерәһең, әммә аталарының гонаһтары өсөн аҙаҡтан балаларынан түләтәһең. Эй бөйөк һәм ҡеүәтле Алла! Күк ғәскәрҙәре Раббыһылыр Һинең исем-атың!


Шуға ла мин, төшөмдө юратыр өсөн, Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен үҙ яныма саҡырырға бойорҙом.


Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтә нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтә нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.


Уларҙың ҡаяһы беҙҙең Ҡая һымаҡ түгел. Улар быны үҙҙәре лә белә.


Эй Йешурун, һинең Аллаңдай юҡ! Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән һиңә ярҙамға Болотҡа атланып күктән елә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ