Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 10:16 - Изге Яҙма

16 Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы, Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Уның исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул бөтәһен дә бар ҡылыусы, Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Уның исеме!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы, Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Уның исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 10:16
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бары Ул бөйөк мөғжизәләр ҡылыусы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Үткән дәүерҙәрҙе иҫкә алам, Ҡылған ғәмәлдәреңде барлайым, Ҡулдарыңдың эше хаҡында уйланам.


Уға баҡҡандарҙың йөҙҙәре нур сәсә, Оятҡа ҡалып ҡыҙарынмаҫтар.


Эй Алла, Һиңә рәхмәт уҡыйбыҙ, Шөкөрана ҡылабыҙ, Һин беҙгә яҡынһың, Кешеләр мөғжизәләрең тураһында һөйләй.


Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке;


һәм былай тине: – Бөйөк Хакимым! Әгәр ҙә мине хуш күрһәң, әйҙә беҙҙең менән, бөйөк Хакимым минең! Эйе, был халыҡ тиҫкәре, шулай ҙа беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы һәм енәйәттәребеҙҙе ярлыҡа ла беҙҙе Үҙ биләмәң итеп ал.


Раббы һәр нәмәне Үҙ маҡсаты өсөн яратҡан, хатта яуызды ла бәлә көнө өсөн һаҡлар.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға фатиха биреп: «Эй халҡым – Мысыр, ҡулдарымдың ижады – Ашшур һәм Үҙемдең биләмәм Исраил, фатихалы булығыҙ!» – тип әйтер.


Мин яҡтылыҡты бар ҡылам, ҡараңғылыҡты яһайым; Именлек алып киләм, афәт күндерәм – Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы Мин.


Беҙҙең Ҡотҡарыусыбыҙ – Исраилдың Изгеһе, Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.


Мин Аллағыҙ Раббымын. Минмен – диңгеҙҙе олотоп, тулҡындарын сайҡалдырған. Минең исемем – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе. Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала.


Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты, Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо, Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе.


Эй Раббы, Һиңә тиңе юҡ! Һин бөйөкһөң, Һинең исемең оло һәм ҡөҙрәтле.


Көндө балҡытырға ҡояш биргән, Төндө нурлаһындар өсөн Ай менән йондоҙҙарға ҡағиҙә ҡуйған, Тулҡындарҙы үкертеп, диңгеҙҙе дауыллатҡан Раббы – Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған былай ти:


Меңдәрсә кешеләргә мөхәббәтеңде күндерәһең, әммә аталарының гонаһтары өсөн аҙаҡтан балаларынан түләтәһең. Эй бөйөк һәм ҡеүәтле Алла! Күк ғәскәрҙәре Раббыһылыр Һинең исем-атың!


– Ерҙе бар ҡылған, уға рәүеш биргән, нығытҡан, исеме Раббы булған Зат былай ти:


Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша былай тип белдерә: «Барлығым менән ант итәм, Башҡа тауҙар араһында ҡалҡып торған Тавор, Диңгеҙ буйындағы Кармәл һымаҡ Ҡеүәтле берәү киләсәк.


Әммә уларҙың Йолоп алыусыһы ҡеүәтле, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме. Үҙенең халҡын Ул мотлаҡ яҡлар, Илдәренә именлек килтерер, Бабилда йәшәүселәрҙең тыныслығын алыр.


Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы. Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме!


Үҙ-үҙемә әйтәм: «Раббы – минең насибым, Шуға күрә Раббыға өмөт бағлайым».


Бына Ул – тауҙарҙы ҡорған, елде бар ҡылған, Кешеләргә Үҙ ниәттәрен белдергән, Таң яҡтыһын ҡараңғыға әүерелдергән, Ерҙең армыттарынан атлаған, Исеме Уның – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы!


Раббы Йәһүҙәне изге тупраҡтағы Үҙ өлөшө булараҡ биләмә итеп алыр, ә Йәрүсәлим тағы Раббының Үҙенә һайлап алған ҡалаһы булыр.


Сөнки Раббының өлөшө – Үҙ халҡы, Яҡуп нәҫеле – Уның биләмәһе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ