Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һыҡтау 5:1 - Изге Яҙма

1 Онотма, йә Раббы, башыбыҙға төшкәндәрҙе! Ҡара, беҙ ниндәй хурлыҡҡа ҡалдыҡ:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Онотма, йә Раббы, башыбыҙға төшкәндәрҙе! Ҡара, беҙ ниндәй хурлыҡҡа ҡалдыҡ:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Онотма, йә Раббы, башыбыҙға төшкәндәрҙе! Ҡара, беҙ ниндәй хурлыҡҡа ҡалдыҡ:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һыҡтау 5:1
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар былай тине: – Әсирлектән ҡотолоп ҡайтҡандар унда, өлкәлә, үтә ауыр һәм кәмһетелгән хәлдәләр; Йәрүсәлимдең диуарҙары емерелгән, ҡапҡалары яндырылған.


Әммә Мусаға, үҙеңдең ҡолоңа, әйткән һүҙеңде иҫеңә төшөр: «Әгәр ҙә һеҙ Миңә тоғро булмаһағыҙ, Мин һеҙҙе төрлө халыҡтар араһына сәсермен;


Мин шунда Раббыға доға ҡылдым: – Эй Аллабыҙ, ишетһәңсе, беҙҙе ни тиклем түбәнһетәләр. Уларҙың мәсхәрәләрен үҙ баштарына төшөр ҙә сит ерҙәрҙә әсирлек хурлығына дусар итһәнә!


Иҫеңдәме, мине балсыҡтан яһаның, Ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһыңмы?


Эй Алла, иҫеңә төшөр: ғүмерем – бары бер һулыш, Күҙҙәрем башҡаса бәхет күрмәҫ.


Тәлгәштәре диңгеҙгә үрелде, Тармаҡтары Евфратҡаса барып етте.


Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, эй Алла! Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар!


Диуарҙарыңа, эй Йәрүсәлим, Мин һаҡсылар ҡуйҙым. Көнөн-төнөн уларҙың тауышы тынмаҫ. Эй Раббының иҫенә төшөрөп тороусылар, Һеҙ ҙә үҙегеҙгә тынғылыҡ бирмәгеҙ!


Мин Раббыға әйттем: «Эй Раббы, Һин бөтәһен дә белеп тораһың, Иҫеңә төшөр мине, ҡурсала. Мине эҙәрләүселәрҙән үс ал. Һин сабырһың – мине һәләк итә күрмә, Һин тип хурланғанымды онотма.


«Мыҫҡыл ишетәбеҙ, оятҡа ҡалдыҡ, Йөҙөбөҙгә сәркеү яғылды, Сөнки яттар Раббы ҡорамының Изге урындарына инде».


Илай-һыҡтай халҡы икмәк эҙләй, Йән аҫырар тәғәм өсөн хазинаһын бирә. «Йә Раббы, баҡ, хәлемде күр, Ни ҡәҙәрле хурлыҡҡа төштөм мин.


Сиккән михнәттәремде күрһәңсе, Раббым. Эсем яна, йөрәгем ҡанһырай, Сөнки мин үтә фетнәсел булдым. Ана, тышта ҡылыс ҡыра, Өй эсендә әжәл хөкөм һөрә.


Итәгенә нәжес йәбешһә лә, Киләсәге тураһында уйламаны. Шуға күрә ҡолауы ҡурҡыныс булды, Йыуатыусыһы юҡ. Һыҡтай: «Йә Раббы, күр ғазабымды; Дошманым тантана итә!»


Яныңдан үткәндәр бот сабып аптырар, Мыҫҡыллап һыҙғырып ҡуйыр: «Бөтә донъяның шатлығы, Гүзәллек өлгөһө булған ҡала ошомо?» – тип, Йәрүсәлим-ҡыҙға ҡарап башын сайҡар.


«Эй Раббы, ҡарап күрһәнә! Быға тиклем кемгә шулай ҡылғаның бар? Ҡатындар үҙҙәре тапҡан сабыйҙарын, Үҙҙәре үҫтергән балаларын ашаһынмы? Раббы Хакимдың Изге торлағында Ҡаһин менән пәйғәмбәр үлтерелһенме?


Кисергән ғазаптарымды, Ҡаңғырып йөрөүҙәремде иҫеңә алһаңсы, Улар әрем һымаҡ әсе, үттән ҡырҡыу.


Күктән бағып Раббы ошоларҙы күргәнгәсә.


Уларҙың мине әрләүен, Миңә ҡаршы насар ниәттәрен,


Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!


Шунан Ғайсаға өндәште: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ