31 Бөйөк Хаким мәңгелеккә ташламай ул!
31 Хаким мәңгелеккә ташламай Ул!
Ахырҙа һәммәбеҙ ҙә үләбеҙ. Ергә түгелгән һыуҙы ҡабат йыйып алып булмай. Алла берәүҙең дә йәнен харап итергә теләмәй, ситкә тибәрелгән кеше Минән ситләшә күрмәһен тип уйлай.
Дауыт нәҫелен Сөләймәндең гонаһтары арҡаһында язалайым, әммә мәңгелеккә түгел».
Өмөттәрен Аллаға улар бағлаһын, Алла ғәмәлдәрен онотмаһын, Бойороҡтарын бойомға ашырһын;
Ул Үҙ халҡын былай язаланы: Ҡыуып һөргөнгә ебәрҙе. Көнсығыштан иҫкән көслө ел һымаҡ Ҡеүәтле һулышы менән ситкә ҡыуҙы.
Мәңге дәғүәләшеп тормам, Һәр ваҡыт асыулы булмам. Юҡһа Үҙем бар ҡылғандарҙың рухы һыныр, Кеше заты хәлдән тайыр ине.
Раббы былай ти: «Юғарыла күкте үлсәп булһа, Аҫта ерҙең нигеҙҙәре өйрәнеп бөтөлһә, Шул саҡта ғына бөтә ҡылғандары өсөн Мин Исраил тоҡомонан ваз кисермен», – тип белдерә Раббы.
Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.
– Был кешеләрҙең: «Раббы элек Үҙе һайлап алған ике ырыуҙы – Исраил менән Йәһүҙәне – кире ҡаҡты», – тип һөйләгәнен ишетмәйһеңме ни? Шунлыҡтан улар халҡымды кәмһетәләр, уны халыҡҡа ла һанамайҙар.
Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алғанБашҡа алла бармы?
Раббы былай ти: «Ашшурҙар көслө һәм күмәк булһалар ҙа, Ҡырҡып ташланыр һәм юҡ булырҙар. Ә һиңә, Йәһүҙә, ғазап ебәргәйнем, Бынан ары һине яфаламам.
Раббы Үҙенең бөйөк исеме хаҡына Үҙ халҡын ташламаҫ, сөнки һеҙҙе Үҙенең халҡы итеүҙе хуш күрҙе.