13 Һаҙағынан уғын алып, Бөйөрөмдө тишә атты.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.
Һаҙаҡтары – гүйә асыҡ ҡәбер, Барыһы ла батыр яугир.
Дошман һымаҡ Ул йәйәһен кирҙе, Уң ҡулын атырға әҙер тотто. Күҙҙе һөйөндөргән бар нәмәне Дошман яуы һымаҡ һәләк итте. Асыуын Сион-ҡыҙ сатырына ут һымаҡ түкте.
Уларға бәләләр ебәрермен, Өҫтәренә уҡтарымды яуҙырырмын.