Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һыҡтау 2:7 - Изге Яҙма

7 Бөйөк Хаким Үҙенең ҡорбан усағынан ваз кисте, Изге торлағынан баш тартты. Сион һарайҙарын уратҡан диуарҙарҙы Дошман ҡулына тапшырҙы – Улар хәҙер байрамдағы һымаҡ, Раббы йортонда шау-гөр киләләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Хаким Үҙенең ҡорбан усағынан ваз кисте, Изге торлағынан баш тартты. Сион һарайҙарын уратҡан диуарҙарҙы Дошман ҡулына тапшырҙы – Улар хәҙер байрамдағы һымаҡ Раббы йортонда шау-гөр киләләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Бөйөк Хаким Үҙенең ҡорбан усағынан ваз кисте, Изге торлағынан баш тартты. Сион һарайҙарын уратҡан диуарҙарҙы Дошман ҡулына тапшырҙы – Улар хәҙер байрамдағы һымаҡ, Раббы йортонда шау-гөр киләләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һыҡтау 2:7
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Раббы ҡорамын, батша һарайын, Йәрүсәлимдәге йорттарҙы – бөтә ҙур биналарҙы яндырып бөтөрҙө.


Алла ҡорамын яндыралар, Йәрүсәлим диуарҙарын емерәләр, бөтә затлы һарайҙарҙы үртәйҙәр, затлы әйберҙәрен ваталар.


Йә Раббы, самаһыҙ асыуланма, Ғәйептәребеҙҙе гел иҫеңдә тотма. Ҡараһаңсы: беҙ барыбыҙ ҙа – Һинең халҡың!


Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Диуарҙарығыҙҙы ҡамауға алған Бабил батшаһы һәм халдейҙарға ҡаршы һуғышҡан ҡоралығыҙҙы үҙегеҙгә йүнәлтәм. Шул ҡоралдарығыҙҙы ҡала уртаһына өйөп ҡуям.


– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ заманында Морешеҫтан Миха пәйғәмбәрлек итә торғайны. Ул Йәһүҙә халҡына: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ“», – тип һөйләгәйне.


Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“».


Ҡаланы ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, инеп, уға ут төртөрҙәр, йорттарын яндырырҙар. Шул йорттарҙың түбәләрендә Йәрүсәлим халҡы, Мине асыуландырып, Бәғел хөрмәтенә хуш еҫ төтәтеп, сит илаһтарға бағышлап, шарап ҡорбандары түгә ине бит!


Халдейҙар батша һарайын һәм халыҡтың йорттарын яндырҙы, Йәрүсәлимдең диуарҙарын емерҙе.


Ҡараным, сәскә атҡан ер сүлгә әйләнгән, Ундағы бөтә ҡалалар хараба булған Раббы ҡаршыһында, Уның утлы асыу-ярһыуы алдында.


Раббы былай ти: «Бөтә ил бушлыҡҡа әйләнер, Әммә бөтөнләй юҡ булыуына юл ҡуймам!


Тыңлағыҙ! Аллабыҙ Раббының үс алыуын, Ҡорамы өсөн ҡон ҡайтарыуын Сионда иғлан итер өсөн Бабилдан ҡасып ҡотолоусыларҙың тауышы ишетелә!


Ул Раббы ҡорамын, батша һарайын, Йәрүсәлимдәге йорттарҙы – бөтә ҙур биналарҙы – яндырып бөтөрҙө.


Сионға илткән юлдар йәш түгә: Инде байрамдарға килеүсе юҡ, Бөтә ҡапҡалары бушап ҡалды. Уның ҡаһиндары ыңғыраша, ҡыҙҙары – ҡайғыла, Үҙе лә ғазап эсендә Йәрүсәлим.


Ана бөйөк Хаким асыуынан Сион-ҡыҙҙы Һәр тарафтан болот менән ҡапланы! Исраилдың данын күктән ергә быраҡтырҙы, Аяҡтары аҫтындағы баҫҡысты Асыулы көнөндә хәтеренә төшөрмәне.


Бөйөк Хаким, дошманға әйләнеп, Исраилды һәләк итте; Бөтә һарайҙарын харабаға әйләндерҙе, Барлыҡ ҡәлғәләрен емерҙе. Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡайғыһын арттырҙы.


Исраил халҡына әйтергә ҡушып, Раббы Хаким былай ти: «Ғорурлығығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө, күҙҙәрегеҙҙең ҡыуанысы, күңелегеҙҙең йыуанысы булған Изге торлағымды нәжесләйәсәкмен. Һеҙ ҡалала ҡалдырған улдарығыҙ менән ҡыҙҙарығыҙ ҡылыстан үткәреләсәк.


Йорттарын тартып алһындар өсөн ҡәүемдәрҙең иң яһилдарын килтерәсәкмен. Мин көслөләрҙең тәкәбберлегенә сик ҡуясаҡмын, уларҙың изге урындары нәжесләнәсәк.


Ҡалаларығыҙҙы хараба итермен, табыныу урындарығыҙҙы бушлыҡҡа әйләндерермен, Миңә хуш еҫ өсөн килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәм.


Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошман ерендә уларҙы тулыһынса юҡ итмәҫ һәм төҙөшкән килешеүемде боҙмаҫ өсөн, уларға ерәнеп ҡарамам һәм уларҙан бөтөнләйгә ваз кисмәм, сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын.


Мин Йәһүҙәгә ут төртәм, Йәрүсәлим ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор».


Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


Ғайса: – Быларҙың һәммәһен дә күрәһегеҙме? – тип һораны. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ