Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һыҡтау 2:3 - Изге Яҙма

3 Ярһып, Исраилдың көс-мөгөҙөн һындырҙы. Дошман алдында уң ҡулын уларҙың өҫтөнән алды. Тирә-яҡты ялмап йотҡан уттай, Яҡуп нәҫелен яндырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Ярһып Исраилдың көс-мөгөҙөн һындырҙы. Дошман алдында уң ҡулын уларҙың өҫтөнән алды. Тирә-яҡты ялмап йотҡан уттай Яҡуп нәҫелен яндырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Ярһып, Исраилдың көс-мөгөҙөн һындырҙы. Дошман алдында уң ҡулын уларҙың өҫтөнән алды. Тирә-яҡты ялмап йотҡан уттай, Яҡуп нәҫелен яндырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һыҡтау 2:3
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә асыуым был урынға түгеләсәк һәм ул һүнмәйәсәк“.


Ҡыл кейем тектем тәнемде ҡаплар өсөн, Ғорурлығымды саңға-туҙанға һалдым.


Алла әйтер: «Һындырырмын залимдарҙың мөгөҙҙәрен, Ә тәҡүәләрҙең ҡеүәтен арттырырмын».


Йә Алла, Һинән бөркөлә яҡтылыҡ, Кейеккә бай тауҙарҙан да ғиззәтлерәк Һин!


Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, ҡасанғаса Халҡың доғаһына асыулы ҡарарһың?


Ҡеүәтле кешеләрегеҙ – сүбәк кеүек, Ҡылған ғәмәлдәре осҡон һымаҡ булыр ҙа Икеһе бергә яныр, һүндереүсе булмаҫ.


Шуға күрә Ул өҫтәренә ялҡынлы асыуын, Һуғыш дәһшәтен түкте; Ут уларҙы солғап алды, Әммә улар аңламаны. Ялҡын яндырҙы, Тик улар төшөнөргә теләмәне.


Һеҙҙе ҡылған ғәмәлдәрегеҙгә күрә язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Урманығыҙға Мин ут төртөрмөн, Ул бар тирә-яҡты яндырып юҡҡа сығарыр“».


Үҙегеҙҙе Мин Раббыға бағышлағыҙ, Йөрәгегеҙҙе сөннәткә ултыртығыҙ, Эй Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр! Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ арҡаһында Асыуым ут һымаҡ тоҡаныр, Һис кем һүндерә алмаҫлыҡ булып дөрләр».


Моавтың мөгөҙө ҡырҡылды, беләге һындырылды, – тип белдерә Раббы. –


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: ҡара, Мин асыу-ярһыуымды ошо урынға, кешеләргә һәм хайуандарға, ҡырҙағы ағастарға һәм ер биргән емештәргә түгәм. Асыуым һүнмәҫ ялҡын һымаҡ яныр.


Юғарынан ут яуҙырҙы – Елегемә тиклем үтеп инде. Ау ташланы – аяҡтарым тышауланды; Мине кире боролорға мәжбүр итте. Мине көндәр буйы ғазап ҡосағында Япа-яңғыҙ торғоҙоп ҡалдырҙы.


Раббының асыуы ҡайнап ташты, Ярһып ҡәһәрен яуҙырҙы. Сионды Ул утҡа тотто, Нигеҙенә тиклем яндырҙы.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Мин асыуланып дауыл күтәрермен; ярһыуымдан ямғыр ҡойор, нәфрәтемдән емергес боҙ-борсаҡтар яуыр.


Борғолар ҡысҡыртылды, бөтә нәмә лә әҙерләнде. Әммә бер кем дә һуғышҡа китмәйәсәк, сөнки асыуым бөтә был өйөр өҫтөнә ябырыла.


Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала.


– Бына тиҙҙән ҡыҙыу мейес кеүек көйҙөрөр көн килеп етер. Бөтә тәкәбберҙәр һәм яуызлыҡ ҡылыусылар һалам булыр, киләһе ул көн һәр береһен үртәп бөтөр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – уларҙан тамыр ҙа, ботаҡ та ҡалмаҫ.


Үҙенә хеҙмәт итеүсе Дауыт нәҫеленән булған Ҡеүәтле Ҡотҡарыусыны ебәрҙе.


Ырҙында ашлыҡ елгәрер өсөн, Ул ҡулына көрәк тотҡан. Бойҙайын, айырып, Үҙенең бураһына һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.


Сөнки асыуымдан ут тоҡанды, Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренәсә яныр. Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер, Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ