Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һыҡтау 2:20 - Изге Яҙма

20 «Эй Раббы, ҡарап күрһәнә! Быға тиклем кемгә шулай ҡылғаның бар? Ҡатындар үҙҙәре тапҡан сабыйҙарын, Үҙҙәре үҫтергән балаларын ашаһынмы? Раббы Хакимдың Изге торлағында Ҡаһин менән пәйғәмбәр үлтерелһенме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 «Эй Раббы, ҡарап күрһәнә! Быға тиклем кемгә шулай ҡылғаның бар? Ҡатындар үҙҙәре тапҡан сабыйҙарын, Үҙҙәре үҫтергән балаларын ашаһынмы? Раббы Хакимдың Изге торлағында Ҡаһин менән пәйғәмбәр үлтерелһенме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 «Эй Раббы, ҡарап күрһәнә! Быға тиклем кемгә шулай ҡылғаның бар? Ҡатындар үҙҙәре тапҡан сабыйҙарын, Үҙҙәре үҫтергән балаларын ашаһынмы? Раббы Хакимдың Изге торлағында Ҡаһин менән пәйғәмбәр үлтерелһенме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һыҡтау 2:20
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы уларға халдейҙар батшаһын ебәрә. Шул батша Изге торлаҡта уларҙың егеттәрен ҡылыстан үткәрә. Егет-еләнгә лә, ҡыҙ-ҡырҡынға ла, ҡарт-ҡороға ла аяу булмай: Алла уларҙың барыһын да ошо батша ҡулына тапшыра.


Ләкин Муса Аллаһы Раббыға ялбара башланы. – Раббым! – тине ул. – Ниңә Һинең Үҙеңдең ҡөҙрәтең – көслө ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡҡан халҡыңа ҡарата асыуың ялҡынлана?


Эй шау-шыулы, гөжләп торған ҡала! Үлтерелгәндәрегеҙ ҡылыстан да ҡырылманы, Һуғышта ла ҡоламаны.


Мин уларҙы үҙҙәренең улдарының һәм ҡыҙҙарының итен ашарға мәжбүр итермен. Йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡаланы ҡамауға алып уларҙы үлем ғазабына дусар иткәс, ҡамауҙа һәм ҡыҫымда ятҡанда улар бер-береһен ашай башлар».


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Мин уйнаштарымды ярҙамға саҡырҙым – Улар иһә алданылар. Йәнде һаҡлар өсөн икмәк эҙләгәндә, Ҡаһиндарым һәм аҡһаҡалдарым Ҡала эсендә үлеп ҡалдылар.


Наҙлы әсәләр үҙ ҡулы менән үҙ балаларын бешерҙе – Һәләкәткә дусар халҡыма улар ашамлыҡ булды.


Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары, Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды – Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте.


Раббы Үҙе ҡыуып таратты уларҙы, Башҡаса йөҙҙәренә ҡарамаҫ. Ҡаһиндарға – хөрмәт, Аҡһаҡалдарға ихтирам бөттө.


Ата-әсәләр үҙ балаларын, балалар иһә үҙ ата-әсәләрен ашаясаҡ. Мин һинең уртала хөкөм ҡыласаҡмын, ә иҫән ҡалғандарығыҙҙың һәммәһен һәр тарафҡа елдәргә таратасаҡмын.


Раббы уларға: – Барығыҙ! Ҡорамды нәжесләгеҙ, ихаталарҙы мәйет менән тултырығыҙ! – тине. Шунан һуң тегеләр сығып ҡалала үлтерергә тотондо.


Аслыҡтан улдарығыҙҙы, ҡыҙҙарығыҙҙы ашарһығыҙ.


Раббыға ялбарып әйттем: «Хакимым Раббы, бөйөк ҡеүәтең менән йолоп алған, ҡулыңдың ҡөҙрәте менән Мысырҙан сығарған халҡыңды, Үҙ биләмәңде, һәләк итмә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ