Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һыҡтау 2:14 - Изге Яҙма

14 Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе. Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн, Ғәйебеңде улар фашламаны, Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы, Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе, Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн Ғәйебеңде улар фашламаны, Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы, Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе. Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн, Ғәйебеңде улар фашламаны, Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы, Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һыҡтау 2:14
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Тамаҡ ярып ҡысҡыр, һис тартынма, Тауышың борғолай яңғыраһын; Халҡыма – енәйәттәрен, Яҡуп нәҫеленә гонаһтарын белдер!


Ҡаһиндар: „Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманы. Ҡанун белгестәрегеҙ Мине белмәне; Хакимдарығыҙ Миңә ҡаршы баш күтәрҙе; Пәйғәмбәрҙәр, Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итеп, Бер нәмәгә ярамаҫ боттарға күңел бирҙе.


Ә һин, Пашхур, үҙең дә, ғаиләң дә – барығыҙ ҙа, Бабилға әсирлеккә китәсәкһегеҙ. Һин шунда үлерһең, шунда күмелерһең – һин дә, һинең ялған пәйғәмбәрлек һүҙҙәреңде тыңлаған бөтә дуҫтарың да».


Әгәр ошо пәйғәмбәрҙәр кәңәшмәмдә ҡатнашһалар, Һүҙҙәремде халҡыма белдерерҙәр, Уларҙы яман юлдарынан, яуыз эштәренән тыйырҙар ине.


Бынан кире «Раббының йөгө» тигән һүҙҙе ауыҙығыҙға ла алмағыҙ, сөнки һәр кемдең үҙенең һүҙе – үҙенә йөк. Бының менән һеҙ тере Алланың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының – үҙ Аллағыҙҙың һүҙҙәрен боҙаһығыҙ.


Йермеяһ пәйғәмбәр Хананъяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Тыңла әле, Хананъяһ! Һине бит Раббы ебәрмәгән. Ә һин был халыҡты ялғанға ышандырҙың.


Раббы исеменән һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек иткән Ахав Ҡолаяһ улы менән Сидкияһ Мағасеяһ улы тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: „Мин уларҙы Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына тапшырам, һәм ул һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа уларҙы үлтерәсәк.


Бабил батшаһы һеҙгә һәм был илгә һөжүм итмәйәсәк, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙ ҡайҙа?


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары, Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды – Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте.


Һеҙ ялғандарығыҙ менән тоғро кешеләрҙе әрнеттегеҙ, ә Мин уларҙы әрнетергә теләмәгән инем. Яман кеше боҙоҡ юлынан боролмаһын, йәнен һаҡлап ҡалмаһын өсөн, һеҙ уны хуплап торҙоғоҙ.


Исраил хакимдары – ырылдап ҡорбанын йыртҡыслаған арыҫлан кеүек йәндәрҙе ҡыя, малды һәм хазиналарҙы тартып ала, ҡатындарҙы тол ҡалдыра.


Пәйғәмбәрҙәре, уйҙырма күренмештәр күреп, ялған күрәҙәлек итеп, был ғәмәлдәрҙең өҫтөн һылап-шымартып ҡуя; Мин Раббы әйтмәгән хәлдә лә: „Раббы Хаким шулай ти“, – тип һөйләй.


Раббы миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Оһола менән Оһоливаны хөкөм ҡыласаҡһыңмы? Улайһа уларға ерәнгес эштәрен иғлан ит.


Ҡоһор көнө етте, Яза көнө килде – Белһен шуны Исраил! Ғәйебеңдең сикһеҙ күплеге, Дошманлығыңдың ҙурлығы арҡаһында, Пәйғәмбәрҙе – ахмаҡ, Рухлы әҙәмде диуана тип һанайһың.


Берәй елғыуар алдаҡсы килеп: „Бында шарап менән хәмер мул булыр“, – тип әйтһә, Был халыҡ уны пәйғәмбәрем, тип ҡабул итер».


Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен, Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн, Көс менән, Раббының Рухы менән, Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын.


Пәйғәмбәрҙәре – тәкәббер, алдаҡсы әҙәм, Ҡаһиндары изге урынды нәжесләй, Ҡанунды аяҡ аҫтына һалып тапай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ