Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һыҡтау 2:1 - Изге Яҙма

1 Ана бөйөк Хаким асыуынан Сион-ҡыҙҙы Һәр тарафтан болот менән ҡапланы! Исраилдың данын күктән ергә быраҡтырҙы, Аяҡтары аҫтындағы баҫҡысты Асыулы көнөндә хәтеренә төшөрмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Ана Хаким асыуынан Сион-ҡыҙҙы Һәр тарафтан болот менән ҡапланы! Исраилдың данын күктән ергә быраҡтырҙы, Аяҡтары аҫтындағы баҫҡысты Асыулы көнөндә хәтеренә төшөрмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Ана бөйөк Хаким асыуынан Сион-ҡыҙҙы Һәр тарафтан болот менән ҡапланы! Исраилдың данын күктән ергә быраҡтырҙы, Аяҡтары аҫтындағы баҫҡысты Асыулы көнөндә хәтеренә төшөрмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һыҡтау 2:1
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Эй Исраил, һинең күркең тауҙарыңда башын һалды! Ҡайһылай ҡоланы бәһлеүәндәр!


Дауыт, аяғүрә баҫып, былай ти: – Ағай-энем, халҡым, тыңлағыҙ мине! Аллабыҙға аяҡ баҫыр урынды – Раббының Килешеү һандығын урынлаштырыу өсөн йорт һалыу ниәтен күңелемдә күптән йөрөтә инем. Төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡты ла әҙерләгәйнем.


Раббы игелекле, Уның тоғро мөхәббәте – мәңгелек, Тоғролоғо – быуындан-быуынға күсә.


Аталарыбыҙ Һине данлаған урын – Мөҡәддәс һәм күркәм ҡорамыбыҙ яндырылды, Бөтә ҡәҙерле нәмәбеҙ һәләк булды.


Уйнаштарың барыһы ла һине онотто, Хәҙер һине эҙләмәйҙәр. Мин һине дошман һымаҡ туҡманым, Аяуһыҙ язаға дусар иттем, Сөнки ауыр енәйәтең, Гонаһтарың самаһыҙ күп.


Хисапһыҙ күп халҡы булған ҡала Япа-яңғыҙ ташлап ҡалдырылған! Ҡәүемдәр араһында бөйөк һаналған Инде тол ҡатынға оҡшаш. Өлкәләр араһында батшабикә булған Был ҡала ҡоллоҡҡа төшкән.


Эй һеҙ, үтеп барыусылар, ҡарағыҙ! Күҙ һалығыҙ ҙа күрегеҙ, Миңә бирелгән ғазаптай бармы тағын? Бына ниҙәр ҡылды миңә Раббы Асыуы ялҡынлаған көнөндә.


Раббы, ниһайәт, ниәтен ғәмәл ҡылды. Борон замандарҙа бойорғанын бойомға ашырҙы – Һине ҡыҙғанмай емерҙе. Дошмандарыңды хәлеңә ҡыуандырҙы, Һине күрә алмағандарҙың көсөн арттырҙы.


Алтын нисек тоноҡланды! Алтындың иң сафы төҫһөҙләнеп ҡалды. Һәр бер урамдың сатында Изге аҫылташтар аунап ята.


Раббының асыуы ҡайнап ташты, Ярһып ҡәһәрен яуҙырҙы. Сионды Ул утҡа тотто, Нигеҙенә тиклем яндырҙы.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Мин асыуланып дауыл күтәрермен; ярһыуымдан ямғыр ҡойор, нәфрәтемдән емергес боҙ-борсаҡтар яуыр.


Әммә уны, асыу менән Йолҡоп сығарып, ергә аттылар. Шәреҡ еле уны ҡоротто, Емештәре йолҡоп алынды, Көслө ботаҡтары һулыны, Уларҙы ут ялманы.


Исраил халҡына әйтергә ҡушып, Раббы Хаким былай ти: «Ғорурлығығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө, күҙҙәрегеҙҙең ҡыуанысы, күңелегеҙҙең йыуанысы булған Изге торлағымды нәжесләйәсәкмен. Һеҙ ҡалала ҡалдырған улдарығыҙ менән ҡыҙҙарығыҙ ҡылыстан үткәреләсәк.


Мин Мысыр кейҙергән ҡалыпты ватҡан саҡта, Тахпанхеста көн яҡтыһы һүнер, шунда уның тәкәббер ҡеүәте тамам булыр, уны ҡара болот ҡаплап алыр, ҡыҙҙары әсирлеккә алып кителер.


Дөм ҡараңғы бер көн, Болотло, ҡап-ҡара көн булыр ул! Бер ғәскәр килер Тауҙар өҫтөнә йәйелгән таңғы нур һымаҡ; Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡеүәтле бер сиреү. Быға тиклем ундайҙың һис булғаны юҡ, Бынан һуң килер быуындар ҙа ундайҙы күрмәҫ.


Эй Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың. Әгәр һиндә ҡылынған мөғжизәләр Содомда күрһәтелһә, ул хәҙерге көнгәсә торор ине.


Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың!


– Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап бирҙе уларға Ғайса. –


Алла һандығы алынғанға, ҡайныһы менән ире үлгәнгә күрә: – Исраилдың даны китте! – тине лә сабыйына Ихавод тип исем ҡушты.


– Исраилдың даны китте, сөнки Алланың һандығы ҡулдан китте, – тине ул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ