Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 9:4 - Изге Яҙма

4 Раббыға түкмә ҡорбан ҡоймаҫтар, Ҡорбандарын Ул хуш күрмәҫ: Ҡорбандары хәсрәт икмәге һымаҡ булыр, Уны ашаған һәр кем нәжесләнер. Тәғәмдәре – тик үҙҙәре өсөн генә, Тик Раббы йортона индерелмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Раббыға түкмә ҡорбан ҡоймаҫтар, Ҡорбандарын Ул хуш күрмәҫ: Ҡорбандары хәсрәт икмәге һымаҡ булыр: Уны ашаған һәр кем нәжесләнер. Тәғәмдәре – тик үҙҙәре өсөн генә, Тик Раббы йортона индерелмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Раббыға түкмә ҡорбан ҡоймаҫтар, Ҡорбандарын Ул хуш күрмәҫ: Ҡорбандары хәсрәт икмәге һымаҡ булыр, Уны ашаған һәр кем нәжесләнер. Тәғәмдәре – тик үҙҙәре өсөн генә, Тик Раббы йортона индерелмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 9:4
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Беренсе һарыҡ менән бергә, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә ҡул менән һығылған зәйтүн майына бутап, эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон һәм һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан тәҡдим ит.


Уның өҫтөнә Раббы алдына икмәк һалды. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.


Уйһыуҙағы шыма таштар – һинең өлөшөң, Эйе, улар һинең насибың! Уларға түкмә ҡорбандар бирҙең, Уларға икмәк саҙаҡалары килтерҙең. Шуны күреп, Мин ҡәнәғәт булайыммы?


Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала, Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба. Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә, Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға, Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға, Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң.


Мәрхүм өсөн йәш түгеүсене йыуатып, бер кем дә икмәк һындырмаҫ, ата-әсәһе вафат булғандарға эсергә йыуаныс көрәгәһе һоноусы булмаҫ.


Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».


Эсеңдән генә һыҡта, үлгән кешең өсөн матәм йолаһын үткәрмә. Сәлләң менән ҡатаңды кей, йөҙөңдөң аҫҡы өлөшөн ҡаплама, йыназа икмәге ашама.


Шунда әле Зөлкифел нимә эшләһә, һеҙ ҙә шуны эшләйәсәкһегеҙ: йөҙөгөҙҙөң аҫҡы өлөшөн ҡапламаясаҡһығыҙ, йыназа икмәген ашамаясаҡһығыҙ.


Даниил хәрәм бер нәмәне лә – батша ризыҡтарын да, батша шарабын да – ауыҙына ла алмаҫҡа ҡарар итте. Ул хеҙмәтселәр башлығынан әлеге ризыҡтарҙы ашамаҫҡа рөхсәт итеүен һораны.


Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата.


Һис файҙаһыҙ нәмәләргә әйләнеп ҡайттылар, Яҙа атҡан йәйәгә оҡшап ҡалдылар. Етәкселәре маҡтансыҡ телмәрҙәре өсөн Яза ҡылысынан ҡыйылырҙар: Мысыр ерендә уларҙан Ана шулай әсе көлөрҙәр.


Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр, Ҡорбан итен ашайҙар. Раббы уларҙы хуш күрмәй. Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр, Гонаһтарына күрә язалар, Улар йәнә Мысырға әйләнеп ҡайтыр.


Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.


Раббы ҡорамына икмәк саҙаҡаһы ла, Түкмә ҡорбан да килеүҙән туҡтаны. Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – ҡайғыра.


Кем белә, бәлки, һеҙҙе йәлләр ҙә ниәтенән кире ҡайтыр, Артынса бәрәкәт бирер, Ул саҡта Аллағыҙ Раббыға икмәк саҙаҡалары, Түкмә ҡорбандар килтерерһегеҙ.


Сөнки һәр йән эйәһенә уның ҡаны йәшәү бирә. Шуға күрә Мин уны, йәнегеҙҙе пакландырыу өсөн, ҡорбан усағына килтерергә ҡуштым; йәшәү биргәнгә күрә, ҡан йәнде пакландыра.


– Һарунға әйт: «Тоҡомоңдан зәғифлеге булған кеше Аллаһына ризыҡ тәҡдим итер өсөн һис ҡасан Уның хозурына яҡынламаһын.


Һарун ҡаһиндың тоҡомонан тәнендә кәмселеге булған бер кем дә Раббыға бағышланған ут ҡорбанын килтереү өсөн Уның хозурына яҡынламаһын. Уның тәнендә кәмселеге бар, шуға күрә Аллаһына ризыҡ һонор өсөн яҡынламаһын.


Аллаһы өсөн изге булһын, Алланың исемен хурламаһын, сөнки Раббының ут ҡорбандарын, Аллаһының ризығын, улар тәҡдим итә, шуға күрә изге булырға тейештәр.


Уны изге тип белегеҙ, сөнки Аллағыҙға ризыҡты ул тәҡдим итә; ул һеҙҙең өсөн изге булһын, сөнки Мин, һеҙҙе изге итеп айырып алған Раббы, изгемен.


Тотош яндырыу ҡорбандары, Икмәк саҙаҡаларығыҙҙы килтерһәгеҙ ҙә, Мин уларҙы хуш күрмәм. Татыулыҡ ҡорбанына килтергән Һимертелгән малдарығыҙға боролоп та ҡарамам.


Йәнә бына ни эшләйһегеҙ һеҙ: илай-һыҡтай Раббының ҡорбан усағын күҙ йәшенә мансыйһығыҙ, сөнки Раббы ҡорбанығыҙға диҡҡәт итмәй, һеҙҙән уны хуш күреп ҡабул итмәй.


Кем мәйеткә ҡағыла, шул ете көн нәжес булыр.


– Исраилдарға бойороғомдо еткер: Минең ут ҡорбандарым өсөн ризыҡты, Миңә күркәм булған хуш еҫте ваҡытында килтерегеҙ.


Изге икмәк өҫтәленә зәңгәр йәймә ябырҙар һәм уға тәрилкәләр, төтәҫләгес һауыттар, түкмә ҡорбандар өсөн ҡомғандар һәм кәсәләр ҡуйырҙар, унда даими килтерелә торған икмәк тә торорға тейеш.


Мин – күктән төшкән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.


Был өлөштән хәсрәтле сағымда ашаманым, уны өйҙән алып сыҡҡанда нәжес түгел инем, уны үлеләргә тәҡдим итмәнем. Аллам Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалдым, миңә бойорғаныңдың барыһын да эшләнем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ