Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 9:11 - Изге Яҙма

11 Әфраимдың күп һанлы нәҫеле – даны – Ҡош һымаҡ осоп китер: Тыуым да, йөккә уҙыу ҙа, яралыу ҙа булмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Әфраимдың күп һанлы нәҫеле – даны – Ҡош һымаҡ осоп китер: Бала табыу ҙа, йөккә уҙыу ҙа, яралыу ҙа урап үтер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Әфраимдың күп һанлы нәҫеле – даны – Ҡош һымаҡ осоп китер: Тыуым да, йөккә уҙыу ҙа, яралыу ҙа булмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 9:11
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә емешле итте», – тип, икенсеһенә Әфраим тигән исем бирҙе.


Йософтоң булмышы – емешле йөҙөмдөр, Инеш буйында үҫкән емешле ағастыр. Ботаҡтары диуарҙар өҫтөнән ашыр.


Шаул ҡыҙы Михәлдең ғүмере буйына балалары булманы.


Эйе, яуыздарҙың уты һүнер; Усағының осҡоно ла ҡалмаҫ.


Ана, күр, нимә ҡойола ауыҙҙарынан, Ҡылыс һымаҡ телдәре, үҙҙәре: «Кем ишетһен беҙҙе?» – тип уйлайҙар.


Берәүҙең йөҙ балалы булыуы, оҙон ғүмер кисереүе мөмкин, ләкин ул күпме генә йәшәһә лә, шул ғүмеренең рәхәтен күрмәһә, йәки хөрмәтләп ерләнмәһә, минеңсә, үле тыуған баланың тәҡдире уныҡынан яҡшыраҡ.


Әфраимда нығытмалы ҡала ҡалмаясаҡ. Дамасктың батшалығы юҡ буласаҡ. Арамдың иҫән ҡалған халҡы Исраилдарҙың даны һымаҡ бөтәсәк». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.


Самария кешеләре Бейт-Ауендағы башмаҡ бото өсөн борсолоп-ҡурҡып торор, Уның өсөн халыҡ йәш түгер; Боттоң алыҫлашҡан данын уйлап, Боттарға табынған ҡаһиндар ҙа ошо хаҡта һыҡтар.


Ҡаһиндар күберәк булған һайын, Миңә ҡаршы гонаһтары арта барҙы. Шуға күрә Мин уларҙың данын Хурлыҡҡа әйләндерәсәкмен.


Әфраим яза көнөндә бушлыҡҡа әйләнәсәк – был дөрөҫ хәбәрҙе Мин Исраил ырыуҙары араһында тараттым.


Эй Раббым, уларға әжерен бир, Бала яралмай торған түлһеҙ ҡарын, Һөтһөҙ күкрәк бир.


Раббы былай ти: «Ғаммондар енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Биләмәләрен киңәйткән саҡта Ғилғәдтә ауырлы ҡатындарҙың Ҡорһаҡтарын бүҫкән өсөн,


«Түлһеҙ ҡатындар, бала тапмаған, бала имеҙмәгән ҡатындар бәхетле!» – тип әйтер көндәр етеп килә.


Ҡарыныңдың емеше – балаларың да, тупрағыңдың уңышы ла, малдарыңдың түле – һыйырҙарыңдың быҙауы, һарыҡтарыңдың бәрәсе – барыһы ла ләғнәтле булыр.


Йософ беренсе булып тыуған үгеҙ кеүек ғәйрәтле; Мөгөҙө – хас ҡырағай үгеҙҙекеләй. Уның мөгөҙҙәре – Әфраимдың ун меңдәре, Менашшеның меңдәре. Ҡәүемдәрҙе ер сигенә тиклем Шулар менән һөҙөп ырғытасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ