Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 5:13 - Изге Яҙма

13 Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 5:13
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ашшур батшаһы Пул Исраилға баҫып инде. Менахем Пулдың ярҙамына таянып батшалығын нығытыр өсөн уға мең талант көмөш түләне.


Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.


Ахаз Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәргә: «Мин һинең ҡолоң һәм улыңмын. Зинһар, кил, миңә һөжүм иткән Арам менән Исраил батшалары ҡулынан ҡотҡар», – тип илселәр күндерҙе.


Шул саҡ ул кеше былай тип ҡысҡырыр: «Мин һеҙгә шифа бирә алмайым! Өйөмдә ашарға ла, кейергә лә юҡ. Мине халыҡҡа башлыҡ итеп ҡуймағыҙ!»


Раббы былай ти: «Яраларыңды дауалап булмай, Йәрәхәттәрең ҡот осҡос.


Оһола, Минеке була тороп та, фәхешлеген ташламаны, ашшурҙарға – һөйәрҙәренә – йән атты.


Уны ла бит Ашшурға алып китерҙәр, Бөйөк батшаға бүләк итерҙәр. Әфраим хурлыҡ кисерер, Исраил үҙ ниәтенән оятҡа ҡалыр.


Әфраим ел елгәрә, Көнө буйы көнсығыш еле артынан ҡыуа, Ялған менән залимлыҡты ишәйтә, Ашшур менән килешеү төҙөй, Мысырға зәйтүн майы оҙата.


Доға һүҙҙәрен алып, Раббыға ҡайтығыҙ. Уға: «Һәр ғәйебебеҙҙе кисерә күр – Яҡшылығыбыҙҙы ҡабул ҡыл! Беҙ һиңә вәғәҙә биргәнебеҙсә, Ҡорбанға тип үгеҙҙәр салырбыҙ.


Уйнаштары артынан ташланыр, Тик уларҙы ҡыуып етә алмаҫ; Эҙләргә тотонор, тик таба алмаҫ. Шул саҡ: „Үҙемдең элекке иремә ҡайтайым, – тиер. – Ул заман хәлем әлегенән яҡшыраҡ ине“.


Әфраим аңһыҙ, алйот күгәрсен һымаҡ булып, Йә Мысырҙы саҡыра, йә Ашшурға китә.


Башы һуҡҡан яҡҡа барған ҡырағай ишәк шикелле Ул Ашшур тарафына йүнәлде. Әфраим үҙенә уйнаштарҙы аҡса биреп һатып алды.


Сөнки Самарияның яралары уңалмаҫ, Уның сире Йәһүҙәгә лә килде, Халҡым йәшәгән Йәрүсәлимдең Ҡапҡаларынаса барып етте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ