Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 4:3 - Изге Яҙма

3 Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 4:3
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ер иңрәй һәм кибә; Ливан оялышынан һулыған; Шарон тигеҙлеге сүлгә оҡшап ҡалды, Башан менән Кармәлдең япраҡтары ҡойолған.


Ҡасанғаса ер ҡайғырып ятыр? Яландарҙа бөтә үлән ҡорор? Был ерҙә йәшәгәндәрҙең яуызлығы арҡаһында Йәнлектәр һәм ҡоштар һәләк була. Был әҙәмдәр иһә әйтә: «Ул беҙҙең ахырыбыҙҙы күрмәй».


Был ер зинасылар менән тулып китте, Ләғнәт арҡаһында ул йәш түгә, Ҡороп ҡалған далалағы көтөүлектәр. Бәндәләр яуызлыҡ юлына баҫҡан, Уларҙың көстәре – ғәҙелһеҙлек.


Тирә-яғыма ҡараным, кеше әҫәре күренмәй, Хатта күктәге ҡоштар ҙа осоп киткән.


Мин тауҙар өсөн илап йәш түгәм, Далалағы көтөүлектәр тип һыҡтайым! Улар барыһы ла көйөп бөткән, Ул ерҙән һис кем йөрөмәй. Һыйырҙарҙың мөңрәгәне ишетелмәй; Һауалағы ҡош, януарҙар – барыһы ла ҡасып бөткән.


Шулай булғас, был ҡыланыштары өсөн Уларҙы язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?»


Диңгеҙҙәге балыҡтар, күктәге ҡоштар, ҡырҙағы януарҙар һәм ерҙәге бөтә һөйрәлеүселәр, ер өҫтөндәге бөтә әҙәм Минең алдымда ҡалтырап торасаҡ. Тауҙар емерелер, ҡаялар ҡолар, бөтә диуарҙар ергә йығылыр.


Ҡайһылай баҡырыша мал-тыуар! Ҡабыр үлән, утлар көтөүлекһеҙ Темеҫкенеп йөрөй башмаҡтар, Кәзә-һарыҡ көтөүҙәре ыҙалана.


Ғамос былай тине: «Сиондан гөрһөлдәй Раббы, Йәрүсәлимдән Уның тауышы күкрәй, Көтөүлектәр тотош сатнап кибә, Кармәл тауының түбәһе ҡорой».


Шуның өсөн Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Хаким былай ти: «Бөтә майҙандарҙа – илау-һыҡтау, Барса урамдарҙа аһ-зар яңғырар. Игенсене ҡайғы уртаҡлашырға, Сеңләүселәрҙе матәм көнөнә саҡырырҙар.


Бының өсөн нисек ер ҡалтырамаһын да Унда йәшәгән халыҡтар ҡайғыға тарымаһын? Бөтөн ер Нил һыуындай тулҡынланыр, Ҡабарыр ҙа Мысыр йылғаһы шикелле шиңеп ҡалыр.


Ул янаһа, диңгеҙ ҡорор, Бөтә йылғаларҙың һыуы кибер, Башандың, Кармәл тауының йәшеллеге шиңер, Ливандың гөл-сәскәләре һулыр.


Кешеләрҙе, хайуандарҙы, Осар ҡоштар, диңгеҙ балыҡтарын ҡырып бөтөрәм, Яуыз бәндәләре менән бергә Абыныу таштарын да ышырып ташлайым, Кешене ер йөҙөнән юҡ итәм, – тип белдерә Раббы. –


«Был ләғнәтте Мин ебәрҙем, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Ул бурҙың һәм Минең исемем менән ялған ант итеүсенең өйөнә инәсәк. Ул был өйҙә ундағы һәр бер ағас киҫәге, һәр бер таш онталып юҡҡа сыҡҡанға тиклем ҡаласаҡ».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ