Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 4:16 - Изге Яҙма

16 Исраил, ҡарышмал тана ише, тиҫкәре булды – Бынан ары Раббы уларҙы, сәхрәләге бәрәс ише, көтөрмө?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Исраил, ҡарышмал тана ише, тиҫкәре булды – Бынан ары Раббы уларҙы, сәхрәләге бәрәс ише, көтөрмө?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Исраил, ҡарышмал тана ише, тиҫкәре булды – Бынан ары Раббы уларҙы, сәхрәләге бәрәс ише, көтөрмө?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 4:16
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ата-бабаларыбыҙҙың гонаһтарын таҡма беҙгә. Рәхим-шәфҡәтеңде күрһәтә һал – Беҙ бөтөнләй көсһөҙләнеп киттек.


Туп кеүек әүәләр, шунан Ике ҡуллап иркен бер илгә сойорғотор. Һин – хужаң йортон мәсхәрә иткән бәндә, Шунда үлерһең. Күркәм яу арбаларың унда ҡалыр!


Раббы тупраҡҡа сәскән орлоғоғоҙға ямғыр бирер. Ер уңышы мул һәм бәрәкәтле булыр. Ул көн малдарығыҙ иркен болондарҙа утлап йөрөр.


Һарыҡтар унда үҙ көтөүлегендәге һымаҡ йөрөр. Һимеҙ бәрәстәр харабалар араһында утлар.


Енәйәттәребеҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ итһә лә, Исемең хаҡына ярҙам ит, йә Раббы! Дөрөҫ, беҙ Һиңә күп хыянат иттек, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


Раббы миңә: – Хыянатсыл Исраил хаин Йәһүҙәгә ҡарағанда тоғрораҡ булып сыҡты, – тине. –


Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Раббы миңә былай тине: – Хыянатсыл Исраилдың нимәләр эшләгәнен күрҙеңме? Ул, һәр бер бейек тауға, суҡ ботаҡлы ағас аҫтына барып, уйнаш итте.


Миңә хыянат иткән Исраилды, зинаһы өсөн айырылышыу ҡағыҙы тоттороп, ҡыуып ебәрҙем. Шул саҡта ла ҡарындашы хаин Йәһүҙәнең ҡурҡмағанын, фәхешлеккә бирелгәнен күрҙем.


Әфраимдың хәсрәтләнгәнен ишетәм: „Еккегә өйрәтелмәгән башмаҡ һымаҡ инем, Һин миңә һабаҡ бирҙең – мин аҡылға ултырҙым. Ҡайтарһаңсы – мин ҡайтайым, Һин – Раббы, минең Алламһың.


Шуға урмандан сыҡҡан арыҫлан уларҙы үлтерер, Сүлдән килгән бүре йыртҡыслар; Ҡалалары янында ҡаплан һағалар, Сыҡҡан береһен йолҡҡослар; Сөнки енәйәттәре ишәйҙе, Хыянаттары саманан ашты.


Әммә улар тыңламаны, ҡолаҡтарына ла элмәне, тиҫкәре яуыз күңелдәре теләгәнсә йәшәне, алға бармай, артҡа киттеләр.


Ни өсөн был халыҡ аҙашып йөрөй, Ниңә Йәрүсәлим тоғро юлға ҡайтмай? Улар ялғанға сат йәбешеп алғандар, Кире ҡайтыуҙан баш тарталар.


Әфраим – өйрәтелгән, Ашлыҡ һуғырға әүәҫ башмаҡҡа оҡшаш. Мин уның зифа муйынына ҡалып кейҙерҙем. Йәһүҙә ер һөрөр, Яҡуп тырматыр.


Ҡалалары өҫтөндә ҡылыс ялтырар, Ҡаһиндарын ҡыйыр, ниәттәрен йотор.


Халҡым гел Минән ситкә тайпылыу юлын ҡыуа, Улар һындарын „Бейек Алла“ тиҙәр, Ләкин был һын уларҙың береһен дә күтәрмәҫ.


Һеҙҙе халыҡтар араһына таратырмын һәм артығыҙҙан яланғас ҡылыс ебәрермен. Ерегеҙ бушап ҡалыр, ҡалаларығыҙ харабаға әйләнер.


Әммә улар тыңларға теләмәне, Раббыға һырттарын ҡуйҙы, ишетмәҫ өсөн ҡолаҡтарын ҡапланы,


– Шаулды батша итеп ҡуйғаныма үкенәм. Сөнки ул Минән ситкә боролдо, бойороғомдо еренә еткереп үтәмәне. Шемуил борсоуға ҡалды һәм төнө буйы Раббыға ялбарып доға ҡылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ