Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 4:14 - Изге Яҙма

14 Әммә Мин ҡыҙҙарығыҙҙы уйнаш өсөн, Килендәрегеҙҙе зина өсөн язаламам – Ирҙәрегеҙ фәхишәләргә йөрөйҙәр, Уйнашсылар менән бергә ҡорбан килтерәләр. Аҡылын юғалтҡан халыҡ һәләк буласаҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Әммә Мин ҡыҙҙарығыҙҙы уйнаш өсөн. Килендәрегеҙҙе зина өсөн язаламам – Ирҙәрегеҙ фәхишәләргә йөрөйҙәр, Уйнашсылар менән бергә ҡорбан килтерә. Аҡылын юғалтҡан халыҡ һәләк буласаҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Әммә Мин ҡыҙҙарығыҙҙы уйнаш өсөн, Килендәрегеҙҙе зина өсөн язаламам – Ирҙәрегеҙ фәхишәләргә йөрөйҙәр, Уйнашсылар менән бергә ҡорбан килтерәләр. Аҡылын юғалтҡан халыҡ һәләк буласаҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 4:14
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән барлыҡ ир фәхешселәрҙе илдән ҡыуҙы. Ата-бабалары яһатҡан боттарҙы алып ташланы.


Фәхешсе ирҙәрҙең Раббы ҡорамы биләмәһендә урынлашҡан торлаҡтарын емерҙе. Ҡатындар унда Ашера өсөн япмалар туҡый торғайны.


Яман әҙәм ғәҙеллектең нимә икәнен белмәҫ, ә Раббыны эҙләүселәр тулыһынса аңлай.


Һеҙ ни өсөн тағы туҡмалаһығыҙ һуң? Ниңә фетнәгеҙҙе һаман дауам итәһегеҙ? Башығыҙ тулы яра, Йөрәгегеҙ хәлһеҙләнгән.


Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.


Туя белмәгән ҡомһоҙ эттәргә оҡшаш улар; Аҡылын юйған көтөүселәр: Һәр кем үҙ яғын ҡайыра, Һәр береһе үҙ файҙаһын көҫәй.


Күптәр һынауҙар аша үтер һәм таҙарыныр-сафланыр, әммә яман әҙәмдәр яман ғәмәлдәрен ҡылыуын дауам итер. Яуыздарҙың береһе лә быларҙы төшөнмәҫ, аҡыл эйәләре иһә быларҙың бөтәһен дә аңлап алыр.


Әфраим әйтер: „Боттарҙың миңә ни кәрәге бар?“ Мин яуап ҡайтарырмын, уға ҡарармын: „Мин – мәңге йәшел кипарис һымаҡмын. Һинең бөтә емештәрең – Минән“».


Эй исраилдар, тыңлағыҙ Раббы һүҙен: Раббы ошо ерҙәге кешеләр менән дәғүәләшә, Сөнки был ерҙә тоғролоҡ та, мөхәббәт тә, Алланы танып белеү ҙә юҡ.


Әфраим боттарына йәбешкән – ҡалдыр уны.


Ҡылған ғәмәлдәре уларға үҙ Аллаһына ҡайтырға бирмәй, сөнки фәхешлек рухы уларҙың эсенә инеп оялаған, Раббыны улар бар тип тә белмәй.


Фәҡирҙәрҙе туҙанға һалып тапайҙар, Сараһыҙҙың юлын быуалар. Аталы-уллы бер ҡатын менән ятып, Изге исемемде хурлайҙар.


Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡатының ҡалала фәхишә булыр, Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр, Ереңде бүлгеләп алырҙар, Үҙең иһә хәрәм бер илдә үлерһең. Исраил халҡы үҙ тупрағынан Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ».


Исраилдар Пеғор Бәғеленә табына башланы. Раббының шул арҡала исраилдарға асыуы ҡабарҙы.


Ниңә һеҙ Минең нимә тураһында һөйләүемде аңламайһығыҙ? Һеҙ бит һүҙҙәремде тыңларға теләмәйһегеҙ.


Аңлы бер кем дә юҡ, Алланы эҙләмәй һис кем дә.


Фәхишә менән ҡушылыусының уның менән бер тән булыуын белмәйһегеҙме ни? Изге Яҙмала былай тип әйтелгән бит: «Икеһе бер тән булыр».


Уларҙың наҙанлыҡтан һәм тиҫкәрелектән аңдары томаланған. Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгәндәр.


Исраил ҡыҙҙары һәм улдары араһынан бер кем дә боттарға табыныу ҡорамдарында фәхешлек менән шөғөлләнергә тейеш түгел.


Әгәр ҙә һеҙ һәр кем үтергә тейешле тәрбиәне алмайһығыҙ икән, тимәк, һеҙ – Алланың ысын улдары түгел, ә үгәй балалары.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ