Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 2:3 - Изге Яҙма

3 Юҡһа Мин уны шәрә ҡалғансы сисендерермен, Инәнән тыуғандағы һымаҡ яланғас ҡалдырырмын. Сүллеккә, ҡоро тупраҡҡа әйләндереп, Һыуһыҙлыҡтан үлтерермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Юҡһа Мин уны шәрә ҡалғансы сисендерермен, Инәнән тыуғандағы һымаҡ яланғас ҡалдырырмын. Сүллеккә, ҡоро тупраҡҡа әйләндереп, Һыуһыҙлыҡтан үлтерермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Юҡһа Мин уны шәрә ҡалғансы сисендерермен, Инәнән тыуғандағы һымаҡ яланғас ҡалдырырмын. Сүллеккә, ҡоро тупраҡҡа әйләндереп, Һыуһыҙлыҡтан үлтерермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 2:3
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә халыҡ үлем сигенә етеп һыуһағайны, шуға күрә Мусаны: – Ниңә һин беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың? Беҙҙе, бала-сағаны, мал-тыуарҙы сарсатып үлтерер өсөнмө? – тип битәрләнеләр.


Ер иңрәй һәм кибә; Ливан оялышынан һулыған; Шарон тигеҙлеге сүлгә оҡшап ҡалды, Башан менән Кармәлдең япраҡтары ҡойолған.


Яланғас тәнең асылыр, оят ерҙәрең күренер. Үс аласаҡмын, бер кемде лә ҡыҙғанмаясаҡмын».


Изге ҡалаларың сүлгә әйләнде, Сион – сүллек, Йәрүсәлим бушап ҡалды.


Көтөүселәр өйөрө йөҙөм баҡсамды харап итте, Биләмәмде тапап бөттө, Минең ғәзиз өлөшөмдө буш сүлгә әйләндерҙе.


Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә: «Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, – Һин үтә күп гонаһ ҡылдың, Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың.


Шуның өсөн итәгеңде битеңә ҡаплармын, Әйҙә оятың күренһен.


Затлылар хеҙмәтселәрен һыуға ебәрә; Улары һыу һаҡлағыс соҡорға бара – унда һыу юҡ. Буш һауыттарын тотоп кире ҡайталар – Сараһыҙлыҡтан аптырап, баштарын ҡаплайҙар.


Ул далалағы сәнскәк кеүек булыр, Яҡшылыҡтың килгәнен күрмәҫ. Сүлдәге ташлы ерҙәрҙә, Тоҙло тупраҡта, кешеһеҙ урында ғүмер һөрөр.


Эй һеҙ, был быуындың балалары, Раббының һүҙен тыңлағыҙ! Мин Исраил өсөн бер сүл, Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни? Улайһа ни өсөн халҡым: „Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ, Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә?


Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған, Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән, Кеше аяғы баҫмаған, Һис бер әҙәм йәшәмәгән, Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманылар.


Йәһүҙә батшаһының һарайы тураһында Раббы былай ти: «Һин Минең өсөн Ғилғәд һымаҡһың, Ливан түбәһе кеүекһең. Ләкин ант итеп әйтәм: Мин һине – сүлгә, Һис кем йәшәмәгән ҡалаға әйләндерермен.


Ҡараным, сәскә атҡан ер сүлгә әйләнгән, Ундағы бөтә ҡалалар хараба булған Раббы ҡаршыһында, Уның утлы асыу-ярһыуы алдында.


Ҡалалары харабаға, Ҡоро тупраҡ, сүллеккә әйләнде. Инде унда бер кем дә йәшәмәй, Һис кемдең аяғы баҫмай.


Исраилдың Изгеһе алдында Илдәре енәйәткә батҡан булһа ла, Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын ташламаны.


Ошо әшәкелектәреңде эшләгәндә һәм зина ҡылғанда һин үҙеңдең йәш сағыңды – яланғас, шәп-шәрә, ҡаныңа батып, тыбырсынып ятҡан ваҡытыңды – иҫеңә төшөрмәнең.


Инде сүлгә, Һыуһыҙ ҡоро ергә күсерелде.


Әфраим үҙ туғандары араһында Иң түллеһе булһа ла, Көнсығыш еле, сүллектән иҫкән Раббы еле күтәрелер: Шул саҡ инештәре кибер, Шишмәләре ҡороп ҡалыр. Хазинаһы юҡҡа сығыр, Бар зиннәттәренән яҙыр».


Инде уйнаштарының алдында Уның оят ерен асам; Бер кем дә уны ҡулымдан ҡотҡара алмаҫ.


Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ.


Шимшон шул тиклем сарсап китте, Раббыға ялбарып, былай тине: – Ҡолоңа ошо бөйөк еңеүҙе бирҙең. Инде хәҙер сарсауҙан үлеп, сөннәтһеҙҙәр ҡулына төшәйемме?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ