Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 13:6 - Изге Яҙма

6 Көтөүлек булғанда – туйындығыҙ, Тамағығыҙ туйғас, эреләнеп Мине оноттоғоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Көтөүлек булғанда – туйындығыҙ, Тамағығыҙ туйғас, эреләнеп Мине оноттоғоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Көтөүлек булғанда – туйындығыҙ, Тамағығыҙ туйғас, эреләнеп Мине оноттоғоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 13:6
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хатта үҙҙәренең батшалығында Һин биргән бөйөк ниғмәттәр эсендә, иркен һәм уңдырышлы ерҙә лә улар Һиңә хеҙмәт итмәне, золом ҡылыуҙан кире ҡайтманы.


Раббы Үҙенең мөҡәддәс ҡорамында, Раббының тәхете – күктә. Күҙҙәре үткер: әҙәм балаларын күреп тора; Ҡараштары уларҙы һынап баға.


Юҡһа туйып һикереп Һинән баш тартырмын, «Раббы кем ул?» – тип әйтермен, йә, хәйерсе хәленә төшөп, урлашырмын, Аллам исеменә тап төшөрөрмөн.


Сөнки, эй Исраил, ҡотҡарыусы Аллаңды оноттоң. Һыйынысың булған Ҡаяңды иҫкә алманың. Шуға күрә күркәм үҫемлектәр ултыртһаң да, Ят үҫентеләр тамырландырһаң да,


«Нисек Мин һине ғәфү итәйем, Исраил? Балаларың Мине ташланы, Алла булмағандар менән ант итәләр. Мин уларҙы туйҙырҙым, ә улар зина ҡылды, Фәхишәләрҙең өйҙәренә ағылды.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Һин Мине оноттоң, Миңә артың менән боролдоң, шуға күрә әхлаҡһыҙлығыңдың һәм фәхешлегеңдең язаһын күр».


Сауҙаға һәләтең менән Зиннәттәреңде арттырҙың. Әммә байлығың арҡаһында тәкәбберләндең.


Исраил – мул тәлгәшле йөҙөм ҡыуағы, Емештәре лә бихисап уның: Емеше күп булған һайын, ҡорбан усаҡтары күбәйҙе; Тупрағы бәрәкәтле булғас, Табыныу бағаналары ла матурыраҡ.


Әфраим былай ти: „Ысынлап та мин байыным, мал таптым; Бөтә ҡаҙанышымда гонаһ тип һаналырҙай Бер ниндәй ҙә ғәйеп таба алмаҫтар“.


Бәғел боттарына хуш еҫ төтәткән көндәре өсөн Мин уны язалаясаҡмын. Алҡа-мунсаҡтар тағып, һөйәрҙәре артынан йөрөнө, Ә Мине иһә онотто, – тип белдерә Раббы.


Уйнаштары артынан ташланыр, Тик уларҙы ҡыуып етә алмаҫ; Эҙләргә тотонор, тик таба алмаҫ. Шул саҡ: „Үҙемдең элекке иремә ҡайтайым, – тиер. – Ул заман хәлем әлегенән яҡшыраҡ ине“.


Халҡым белекһеҙлектән һәләк булды. Һин белемде кире ҡаҡҡан өсөн Мин дә һине кире ҡағам – Башҡа Миңә ҡаһинлыҡ итмәҫһең. Һин Аллаңдың ҡанунын оноттоң – Мин һинең балаларыңды онотормон.


Ҡаһиндар күберәк булған һайын, Миңә ҡаршы гонаһтары арта барҙы. Шуға күрә Мин уларҙың данын Хурлыҡҡа әйләндерәсәкмен.


Сөнки Мин Әфраимға – арыҫлан, Йәһүҙә йортона йәш арыҫлан булам; Мин, Мин уларҙы киҫәктәргә өҙгөсләйем, Һөйрәкләгән сағымда ҡотҡарыусы табылмаҫ.


Бөтә йөрәктән Мине саҡырыр урынға, Ятҡан түшәктәрендә үкереп илай. Икмәк менән шарап хаҡына үҙҙәрен имгәтәләр. Миңә һырттарын ҡуйҙылар.


Бар ҡылыусыһын онотто Исраил, Һарай өҫтөнә һарай төҙөнө. Йәһүҙә лә ҡәлғәле күп ҡалалар һалды. Ләкин Мин уның ҡалаларына ут ебәрәм, Ҡәлғәләрен ялҡынға ем итәм».


Ризалығымдан башҡа үҙҙәренә батша ҡуйҙылар, Миңә әйтмәй башлыҡ һайланылар. Үҙ баштарына һәләкәт юллап, Алтын-көмөштәренән боттар ҡойҙолар.


Һиңә йәшәү биргән Ҡаяңды оноттоң, Үҙеңде донъяға килтергән Алланы хәтереңдән сығарҙың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ