Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 11:9 - Изге Яҙма

9 Юҡ, Мин ярһыуыма ирек ҡуймам, Әфраимды йәнә харап итмәм, Сөнки Мин Алламын, кеше түгел, Һеҙҙең арағыҙҙа Изгемен – Асыу менән өҫтөгөҙгә килмәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Юҡ, Мин ярһыуыма ирек ҡуймам, Әфраимды йәнә харап итмәм, Сөнки Мин Алламын, кеше түгел, һеҙҙең арағыҙҙа Изгемен – Асыу менән өҫтөгөҙгә килмәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Юҡ, Мин ярһыуыма ирек ҡуймам, Әфраимды йәнә харап итмәм, Сөнки Мин Алламын, кеше түгел, Һеҙҙең арағыҙҙа Изгемен – Асыу менән өҫтөгөҙгә килмәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 11:9
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғамаса уның ҡулындағы ҡылысынан һаҡланырға уйламаны, Йоав уның ҡорһағын ярып ебәрҙе. Ғамасаның эсәк-бауыры килеп сыҡты, икенсе тапҡыр ҡаҙарға ла тура килмәне. Ғамаса йән биргәйне инде. Йоав ҡустыһы Авишай менән Бихри улы Шевағты ҡыуа китте.


Был ерҙе – яратҡан Яҡубының ғорурлығын – Ул беҙгә биләмәгә һайланы. Села


Мин бәндәңдең күңелен һөйөндөр, Йәнемде Һин Хакимыма олғаштырам.


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Ярҙам һорап, Мысырға барғандарҙың башына ҡайғы! Аттарға өмөтләнәләр, Яу арбаларының күплегенә, Һыбайлыларҙың көсөнә ышаналар. Ә ҡараштарын Исраилдың Изгеһенә йүнәлтмәйҙәр, Раббыны эҙләмәйҙәр!


„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын.


Һин уларҙы елгәрерһең, ел уларҙы алып китер, Дауыл тирә-яҡҡа таратыр; Шул саҡ Раббы ҡыуанысың булыр, Һин Исраилдың Изгеһе менән маҡтанырһың“.


Исемем хаҡына асыуымды кисектерә киләм. Шөһрәтем хаҡына һиңә сабыр булдым, Юғиһә юҡ итер инем.


Шуға күрә, ут һаламды көйрәткән, Ялҡын бесәнде ялмаған кеүек, Уларҙың тамыры серер, Сәскәләре туҙан һымаҡ осоп китер. Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡанунын кире ҡаҡты, Исраил Изгеһенең һүҙен һанға һуҡманы улар!


Бәлки, улар ҡолаҡ һалырҙар ҙа яман юлдарынан кире ҡайтырҙар. Ул сағында Мин дә уларҙың яуыз ғәмәлдәре өсөн бирергә ниәтләгән ҡазаны ебәреүҙән тыйылырмын.


Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Мин һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Һине ҡәүемдәр араһына таратҡан инем, Инде уларҙың барыһын ҡырып ташлайым. Әммә һине юҡ итмәм. Язаһыҙ ҡалдырмам һине, Әммә ғәҙел яза бирермен».


Әфраим ел елгәрә, Көнө буйы көнсығыш еле артынан ҡыуа, Ялған менән залимлыҡты ишәйтә, Ашшур менән килешеү төҙөй, Мысырға зәйтүн майы оҙата.


Ашшур беҙҙе ҡотҡара алмаҫ, Беҙ аттарға атланмаҫбыҙ, Үҙ ҡулыбыҙ менән яһаған әйберҙәрҙе Аллаларыбыҙ тип атамаҫбыҙ. Етем Һинән мәрхәмәт күрәсәк!» – тип әйтегеҙ.


Мин – Раббы, һүҙемә тоғромон, Шуға ла, Яҡуп нәҫеле, һеҙ иҫән ҡалдығыҙ.


Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?


Юҡ ителергә тейеш булған әйберҙәрҙән үҙеңә бер нәмә лә алма. Шул саҡта Раббының ялҡынлы асыуы баҫылыр, һиңә миһырбанын күрһәтер, рәхимле булыр һәм, ата-бабаларығыҙға ант итеп әйткәненсә, халҡыңды ишле итер.


Авишай Дауытҡа: – Бөгөн Алла дошманыңды ҡулыңа тотторҙо, – тине. – Ҡана, рөхсәт ит миңә, уны бер һелтәүҙә һөңгөһө менән ергә сәнсә ҡаҙайым. Икенсе тапҡыр һелтәнеүҙең кәрәге лә булмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ