Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 11:5 - Изге Яҙма

5 Мәгәр Минән ситкә боролоғанға, Исраил халҡы Мысырға әйләнеп ҡайтмаҫмы? Ашшур уларҙың батшаһы булмаҫмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Мәгәр Минән ситкә әйләнгәнгә, Исраил халҡы Мысырға әйләнеп ҡайтмаҫмы? Ашшур уларҙың батшаһы булмаҫмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Мәгәр Минән ситкә боролоғанға, Исраил халҡы Мысырға әйләнеп ҡайтмаҫмы? Ашшур уларҙың батшаһы булмаҫмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 11:5
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ашшур батшаһы Пул Исраилға баҫып инде. Менахем Пулдың ярҙамына таянып батшалығын нығытыр өсөн уға мең талант көмөш түләне.


Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.


Уны ла бит Ашшурға алып китерҙәр, Бөйөк батшаға бүләк итерҙәр. Әфраим хурлыҡ кисерер, Исраил үҙ ниәтенән оятҡа ҡалыр.


Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ.


Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.


Һис файҙаһыҙ нәмәләргә әйләнеп ҡайттылар, Яҙа атҡан йәйәгә оҡшап ҡалдылар. Етәкселәре маҡтансыҡ телмәрҙәре өсөн Яза ҡылысынан ҡыйылырҙар: Мысыр ерендә уларҙан Ана шулай әсе көлөрҙәр.


Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр, Ҡорбан итен ашайҙар. Раббы уларҙы хуш күрмәй. Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр, Гонаһтарына күрә язалар, Улар йәнә Мысырға әйләнеп ҡайтыр.


Раббы ерендә улар башҡаса ғүмер итмәҫ. Әфраим Мысырға ҡайтыр, Ашшурҙа нәжес ризыҡтар ашар.


Бәләнән ҡасһалар ҙа, Уларҙы Мысыр буйһондорор, Ноф ер ҡуйынына һалыр. Саф көмөшөн ҡый үләне баҫыр, Сатырҙарында сәнскәк үҫер.


Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торонбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –


Бөтә ҡалаларығыҙҙа тешкә элеп ҡабыр аҙыҡ, Һәр урында тәғәм ризыҡ ҡалдырманым. Ләкин Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –


Мин һеҙҙе һөргөнгә оҙатам. Дамаскка ғына түгел, унан да йыраҡҡа», – ти исеме Күк ғәскәрҙәре Аллаһы булған Раббы.


Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ