Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 1:7 - Изге Яҙма

7 Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки, Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки, Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 1:7
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә һиңә, Хизкияһ, бына ниндәй билдә булыр: Быйыл – ҡойолған игендән үҫкәнде, Икенсе йыл – үҙе тишелеп сыҡҡанды ашарһығыҙ; Өсөнсө йылына үҙегеҙ сәсерһегеҙ һәм урырһығыҙ, Йөҙөм баҡсалары ултыртырһығыҙ, Уларҙың емешен ейерһегеҙ.


Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма, Ҡолом Дауыттың хаҡына Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“».


Шул төндө Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.


Арамиҙар яҡыныраҡ килгәс, пәйғәмбәр Раббыға: – Уларҙың күҙҙәрен һуҡырайт, – тип доға ҡылды. Раббы Ильясиғиндың үтенесе буйынса уларҙы һуҡырайтты.


Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә, Ҡолағы уларҙың ялбарыуҙарына асыҡ.


Тәхетең, Алла тәхете һымаҡ, мәңгелек. Батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы.


Әммә Муса халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ!


Раббы ул көндө Исраил халҡын мысырҙар ҡулынан ҡотҡарҙы. Исраилдар яр буйында мысырҙарҙың мәйеттәрен күрҙе.


Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»


Әммә Раббы һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер өсөн көтә, Ул тағы һеҙгә рәхимле булырға әҙер, Сөнки Раббы – ғәҙел Алла: Уға өмөт бағлағандар ниндәй бәхетле!


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Шуға күрә бөйөк Хаким Үҙе һеҙгә бер билдә бирә: бына йәш ҡатын ауырға ҡалып, бер улан табыр һәм уға Ғиммануил тигән исем ҡушыр.


Улар һеҙгә: «Һәр берегеҙ яман юлдан, яуыз ғәмәлдәрегеҙҙән баш тартығыҙ. Шул сағында Раббы һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға мәңгелеккә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ.


Ят илаһтарға эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ һәм сәждә ҡылмағыҙ, үҙегеҙ яһаған боттар менән Мине асыуландырмағыҙ. Шул сағында Мин һеҙгә зыян килтермәм», – тине.


Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».


Ло-Рухаманы имсәк ташлатҡандан һуң, Гомер йәнә ауырға ҡалып, ир бала тапты.


Әфраим Мине ялған менән, Исраил нәҫеле мәкер менән уратты. Йәһүҙә генә әлегә Алла юлынан йөрөй, Изге Аллаға ул тоғро ҡалды».


– Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың. Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Шул саҡта бөтә был йыйын Раббының ҡылыс һәм һөңгө менән ҡотҡармағанын төшөнөр. Был һуғыш – Раббыныҡы, Ул һеҙҙе беҙҙең ҡулға тапшыра.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ