Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғөзәйер 9:7 - Изге Яҙма

7 Ата-бабаларыбыҙ ғүмер һөргән замандарҙан алып ошо көнгә тиклем беҙ сикһеҙ ғәйеп эсендәбеҙ, боҙоҡлоҡтарыбыҙ өсөн беҙ, батшаларыбыҙ, ҡаһиндарыбыҙ сит ил батшалары ҡулына, ҡылыс аҫтына, әсирлеккә эләктек, таланыуға һәм кәмһетелеүгә дусар булдыҡ һәм бөгөн дә шунан ҡотола алмайбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғөзәйер 9:7
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

улар унда, үҙҙәрен әсиргә алғандарҙың илендә бөтөн йөрәктән тәүбәгә килһәләр, Һиңә ялбарып: «Гонаһ ҡылдыҡ, юлдан яҙҙыҡ, яуызлыҡ эшләнек», – тиһәләр,


Сөнки ата-бабаларыбыҙ тоғролоҡ һаҡламаны, Аллабыҙ Раббыға хуш килмәҫтәйҙе ҡылып йөрөнө, Уны ташланы, Раббы торлағынан йөҙ сөйөрөп, уға арҡалары менән боролдо.


Ата-бабаларының Аллаһы Раббыға хыянат иткән аталарығыҙ һәм туғандарығыҙ кеүек булмағыҙ. Үҙегеҙ күреп торҙоғоҙ, Раббы уларҙы ҡот осҡос ҡаты язаланы.


„Раббы былай ти: Мин хәҙер бына был урынға, унда йәшәгән кешеләргә һәләкәт ебәрәм – Йәһүҙә батшаһы алдында уҡылған китапта яҙылған бөтә ҡарғыштарҙы күндерәм.


Беҙҙең менән булған хәлдәргә үҙебеҙҙең яман эштәребеҙ һәм оло ғәйебебеҙ сәбәп булды. Шуға ҡарамаҫтан, Һин, Аллабыҙ, беҙ лайыҡ булғанға ҡарағанда еңелерәк яза биргәнһең, халыҡтың ҡалдығын иҫән-аман һаҡланың,


Һин күп йылдар буйына уларға түҙҙең. Пәйғәмбәрҙәрең ярҙамында Үҙеңдең рухың менән уларҙы өгөтләнең, әммә улар тыңламаны. Һин уларҙы сит халыҡтар ҡулына бирҙең.


Үҙенә өмөт бағлағандарға Шундай эштәр ҡылған Алла Һин генә. Борондан бирле Һинән башҡаны Һис бер күҙҙең күргәне, Һис берәүҙең ишеткәне, Һис бер ҡолаҡҡа ингәне булманы.


Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә ҡалалары әлеге кеүек емереклек һәм дәһшәт билдәһенә әйләнһен, илдең батшалары һәм түрәләре мәсхәрәгә ҡалһын, ләғнәтләнһен өсөн эсерҙем мин ул шарапты.


Әйҙә, оятҡа батып ятайыҡ, Хурлығыбыҙ беҙгә юрған булһын. Сөнки беҙ ҙә, аталарыбыҙ ҙа Йәш сағыбыҙҙан әлегә саҡлы Аллабыҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, Аллабыҙ Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалманыҡ».


Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.


Исраил һәм Йәһүҙә халҡының – үҙҙәренең, батшаларының, түрәләренең, ҡаһиндарының, пәйғәмбәрҙәренең – Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең, Мине асыуландырыу өсөн ҡылған золомдарының иҫәбе-һаны юҡ.


Раббы башҡаса яуыз ғәмәлдәрегеҙгә һәм әшәкелектәрегеҙгә түҙеп тора алманы. Шунлыҡтан, бөгөн күрәһегеҙ, илегеҙ бушлыҡҡа, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә әйләнде. Унда йәшәүсе кеше ҡалманы.


Йәһүҙәлә, Йәрүсәлим урамдарында ата-бабаларығыҙҙың, Йәһүҙә батшаларының һәм уларҙың ҡатындарының, үҙегеҙҙең һәм ҡатындарығыҙҙың ҡылған золомдарын оноттоғоҙмо ни?


Ата-бабаларыбыҙ гонаһ ҡылды, Әммә хәҙер улар юҡ инде; Ә ғәйептәренең язаһы беҙгә йөкмәлде.


Һеҙҙе ҡаланан ҡыуып сығарып, яттар ҡулына бирәм, һеҙҙең өҫтән хөкөм ҡылам.


Шунда ҡәүемдәр Исраил нәҫеле үҙе ҡылған енәйәттәр арҡаһында һөргөнгә ебәрелгәнен аңлар. Улар Миңә хыянат иткәнгә күрә, Мин уларҙан йөҙ сөйөрҙөм, уларҙы дошмандары ҡулына бирҙем, һәм улар барыһы ла ҡылыстан ҡырылды.


Эй гонаһлылар быуыны, атайҙарығыҙға оҡшап, хәҙер һеҙ Раббының Исраилға асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартаһығыҙ.


Әммә Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Уның бойороҡтарына ҡаршы килһәгеҙ, Раббы, ата-бабаларығыҙҙы язалаған кеүек, һеҙҙе лә язалар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ