5 Киске ҡорбан мәле еткәс, ҡайғырып ултырған урынымдан тороп, өҙгөләнеп бөткән кейемдә теҙләндем дә, ҡулдарымды Аллам Раббыма һоноп
Сөләймән Раббының ҡорбан усағы ҡаршыһында, Исраил йыйыны алдына баҫты ла ҡулдарын күккә һоноп:
халҡыңдан берәйһе йәки бөтә Исраил Һиңә мөрәжәғәт итһә, һәр кем үҙ йөрәгендәге хәсрәтен әйтеп, доға һәм ялбарыу менән ошо йортҡа табан ҡулдарын һонһа,
Раббыға ошо доға-үтенестәрен тамамлағандан һуң, тубыҡланған килеш ҡулдарын күккә һоноп ҡорбан усағы алдында торған Сөләймән аяғөҫтө баҫты.
Ул баҡырҙан иңе-буйы биш терһәк, бейеклеге өс терһәк күтәрмә яһатып, уны ихатаның уртаһына ҡуйҙырған була һәм ошо мәлдә шуның өҫтөндә тора. Бөтә Исраил йыйыны алдына теҙләнеп, ҡулдарын күккә һона ла:
Был хәбәрҙе ишеткәс, ултырып иланым, әллә нисә көн хәсрәткә батып йөрөнөм, ураҙа тотоп, Күк Аллаһына доға ҡылдым.
Хозурында аһ-зарымды түгәм, Ҡайғыларымды бушатам.
Йәшнәт йәшенеңде, дошмандарҙы тарат; Уҡтарыңды яуҙыр, туҙҙырып ташла уларҙы.
Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Изге торлағында – ҡеүәт һәм гүзәллек.
– Ҡаланан сығып, ҡулдарымды Раббыға табан күтәреү менән, йәшен туҡтар, боҙ яумаҫ булыр. Шул саҡ ерҙең Раббыныҡы булғанын белерһең.
Муса, фирғәүен янынан китеп, ҡаланан сыҡты ла ҡулдарын Раббыға табан һондо – күк күкрәү менән боҙ яуыуы туҡтаны, ямғыр тынды.
Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.
Ул мәлгә мин, Даниил, өс аҙна инде ҙур ҡайғы кисерә инем.
Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылды:
Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.
Шуға күрә мин Атабыҙ алдында тубыҡланып доға ҡылам.