Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғөзәйер 9:14 - Изге Яҙма

14 ә беҙ һаман да Һинең бойороҡтарыңды боҙорбоҙ, ошо ерәнгес ғәҙәтле халыҡтар менән туғанлашырбыҙмы ни? Беҙҙе юҡ итеү сигенә еткәнсе асыуланмаҫһыңмы, ә инде ул саҡта тере ҡалыусылар ҙа, ҡотолоу юлы ла булмаҫмы беҙгә?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғөзәйер 9:14
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғөзәйер ҡаһин тороп баҫты ла былай тине: – Һеҙ Раббыға хыянат иттегеҙ: сит ҡәүемдәрҙән ҡатындар алып, Исраилдың ғәйебен арттырҙығыҙ.


Үҙҙәренә һәм улдарына был халыҡтарҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алдылар. Хәҙер изге орлоҡ сит халыҡтарҙыҡы менән буталды, етмәһә, арҙаҡлы һәм түрә булып йөрөгән кешеләр был хыянатта беренсе урында тора.


Бына хәҙер бер аҙ ваҡытҡа Аллабыҙ Раббынан беҙгә мәрхәмәт насип булды, ҡайһы берәүҙәребеҙҙе иҫән-аман ҡалдырып, Үҙенең мөҡәддәс урынында төпләнергә мөмкинлек бирҙе, күҙҙәребеҙҙең нурын ҡайтарып, ҡоллоғобоҙҙа хәлебеҙҙе еңеләйтте.


Ата-бабаларыбыҙ ошолай ҡыланған өсөн, Алла беҙгә һәм ҡалабыҙға бөтә был бәләләрҙе килтермәнеме ни? Ә һеҙ шәмбе көнөн нәжесләп, Уның Исраилға асыуын арттыраһығыҙ, – тинем.


Уларҙың үҙҙәре менән дә, илаһтары менән дә килешеү төҙөмә!


Ҡалдыр Мине: ялҡынлы асыуымды өҫтәренә түгәйем дә уларҙы юҡ итәйем. Ә һинән бөйөк халыҡ хасил итермен, – тине.


Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.


Йәһүҙәлә, Йәрүсәлим урамдарында ата-бабаларығыҙҙың, Йәһүҙә батшаларының һәм уларҙың ҡатындарының, үҙегеҙҙең һәм ҡатындарығыҙҙың ҡылған золомдарын оноттоғоҙмо ни?


Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Мин һинең менән! – тип белдерә Раббы. – Мин һине ҡәүемдәр араһына таратҡайным, Инде барыһын да ҡырып бөтәм, Ә һине тотошлай юҡ итмәм. Әммә язаһыҙ ҡалдырмам, Язаны ғәҙел бирермен».


Әммә Мин ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе иҫән ҡалдырасаҡмын. Төрлө илдәр, ҡәүемдәр араһына һибелгән ҡайһы берҙәрегеҙ ҡылыстан ҡотолор.


– Был йәмғиәттән ситкәрәк китегеҙ, Мин уларҙы күҙ асып йомғансы һәләк итәм.


– Был йәмғиәттән ситкә китегеҙ, Мин уларҙы һә тигәнсе һәләк итәм, – тине. Ләкин улар йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Аҙаҡ Ғайса уны Алла йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.


Нимә тип әйтергә һуң? Мәрхәмәт артһын өсөн, гонаһ ҡылыуҙы дауам итәйекме?


– Туҡтатырға тырышма Мине. Уларҙы ҡырып бөтөрәм, күк йөҙө аҫтында исемдәрен юям. Ә һинән уларҙан да көслөрәк һәм күберәк халыҡты бар ҡылам».


Хорев тауында ла Раббыны шул тиклем ҡыҙҙырҙығыҙ, хатта Ул, асыуланып, һеҙҙе юҡ итергә теләне.


ә һеҙ был илдә йәшәгән кешеләр менән килешеү төҙөмәгеҙ, уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ», – тинем. Ләкин һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ. Нисек шулай эшләй алдығыҙ һеҙ?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ