Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғөзәйер 8:28 - Изге Яҙма

28 Мин уларға: «Һеҙ, ошо һауыт-һаба һымаҡ, Раббыға бағышланғанһығыҙ. Был алтын-көмөштәр – ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббыға үҙ ихтыярығыҙ менән биргән саҙаҡа.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғөзәйер 8:28
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларҙың вазифаһы Раббы йортондағы хеҙмәттә Һарун нәҫеленә ярҙам итеү була: ихаталарҙы һәм бүлмәләрҙе тәртиптә тотоу, изге әйберҙәрҙең таҙалығын хәстәрләү һәм Алла йортондағы башҡа эштәрҙе башҡарыу,


Уларҙың леви ҡәрҙәштәре иһә Алла йортондағы хазиналарҙы һәм изге әйберҙәр ҡаҙнаһын ҡарауыллай.


Төҙөлөш тулыһынса тамамланғандан һуң, улар батша менән Йеһоядағҡа ҡалған көмөштө килтереп тапшыра. Был көмөштән Раббы ҡорамында хеҙмәт үтәү һәм яндырыу ҡорбаны килтергәндә кәрәк булған һауыттар ҡоялар, шулай уҡ алтын, көмөштән башҡа һауыт-һаба яһайҙар. Йеһоядағ иҫән ваҡытта Раббы ҡорамында тотош яндырыу ҡорбандары даими килтереп торола.


хаҡы бер мең драхма торған егерме алтын табаҡ, алтын менән тиң баһаланған ялтырап торған яҡшы баҡырҙан ике һауыт тапшырҙым.


Ана шулай Исраил халҡы араһынан Муса аша Раббы эшләргә ҡушҡан эштә ҡатнашырға теләк белдергән бөтә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға үҙ ихтыяры менән бүләктәр килтерҙе.


Китегеҙ, унан сығып китегеҙ! Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ. Раббының һауытын алып барыусылар Ул урындан сығығыҙ, пакланығыҙ!


Уның саҙаҡалары ошолар ине: йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, изге шекелгә күрә етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған иң яҡшы бойҙай оно тултырылғайны;


Леви тураһында әйтте: – Раббым, туммимың менән уримың – Һинең тоғро ҡолоң өсөн. Уны Массала һынаның, Мерива һыуҙарында көрәштең.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ